Йәмғиәт
23 Июнь 2021, 06:00

“Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы юҡ...”

Башҡортостан урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәйҙә етенсе урында.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы – тауҙары, далалары, йылғалары һәм урмандары – юҡ. Әммә урмандарҙы ҡарарға кәрәк, беҙ бының өҫтөндә эшләйбеҙ.
Планлы рәүештә урман ултыртыу техникаһы һатып алабыҙ. Ошо көндәрҙә махсуслашҡан машиналар Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтарына китте. 2021 йылда барлығы 70 трактор, культиватор, һөрөү дискы – таулы урындар өсөн мотлаҡ барыһын да һатып алдыҡ. Шуны билдәләгем килә, нигеҙҙә, аҡса федераль бюджеттан булды – 54,5 миллион һум. Беҙҙең урман хужалығы өсөн ҙур сумма ул.
Башҡортостан урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәйҙә етенсе урында. Былтыр 15,3 мең гектар ерҙә 109,4 урман ултырттыҡ. Һуңғы ун йылда был юғары күрһәткес.
Фото: республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас