Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының республикабыҙҙағы башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм яҡлау, Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү гарантияһы, мәҙәни мираҫ объекттарын, йолаға әйләнгән ҡиммәттәрҙе һаҡлау, 2020 йылда РФ Конституцияһына үҙгәрештәрҙең ҡабул ителеүе менән бәйле, БР Конституцияһына үҙгәрештәр тураһындағы закон проектына инде.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың фекеренсә, мәҙәни һәм тел күп төрлөлөгөн һаҡлау – йәмғиәттең тотороҡлолоҡ факторы. “Рәсәйҙең һәр гражданы үҙ туған телен өйрәнеү хоҡуғына эйә. Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайына йыш ҡына башҡа төбәктәрҙә һәм илдәрҙә йәшәгән башҡорттар мөрәжәғәт итә. Уларҙың ике типик һорауы – нисек туған телде өйрәнергә һәм мәҙәниәтте һаҡларға. Оҫталыҡ кластары, курстар, түңәрәктәр әҙерләйбеҙ, был йәһәттән һәр яҡтан ярҙам итәбеҙ, - тип һөйләне Эльвира Айытҡолова. – Үҙ республикабыҙҙа халыҡтарҙың туған телде, мәҙәниәтте һаҡларға һәм киләһе быуындарға тапшырырға тигән конституцион хоҡуҡтарын нығытырға тейешбеҙ тип уйлайым”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылда РФ Конституцияһына президент төҙәтмәһе рус теле статусы һәм Рәсәй халыҡтарының милли телдәрҙе өйрәнеү, уларҙа һөйләшеү, үҫтереү хоҡуҡтарын нығытҡайны.