Баш ҡалабыҙҙа башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса “Башҡорттар Евразияның төрки халыҡтарын фән-ара тикшереүҙәр контексында” тигән ғилми сессияның икенсе көнө бара.
Конференцияға Рәсәйҙең тарих һәм тарихҡа бәйле өлкәләрендә эшләгән бихисап абруйлы ғалимдар ҙа килде. Улар араһында Белорусияның Минск ҡалаһынан Милли Фәндәр академияһы Философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Алексей Дзермант та бар. Ул Евразия менән Европа сигендә көн иткән халыҡтарҙың этнотмәҙәни һәм конфессия төрлөлөгө хаҡында һөйләне. Белорус ҡунағы – Өфөлә беренсе тапҡыр. Баш ҡалабыҙ менән танышыу унда бик йылы тойғолар ҡалдырған. Форсаттан файҙаланып, Алексей Валерьевич менән әңгәмәләштек.
"Өфөнән алған тәьҫораттарым көтөлмәгәнсә, тиергә мөмкин, яҡшы яҡтан, әлбиттә. Төрлө ерҙәрҙә булырға тура килә, ә Рәсәй буйлап йөрөргә айырыуса яратам. Шуға ла сағыштырып ҡарарлыҡ ерлек бар. Өфө мине һоҡландырҙы. Элекке биналарҙың замансалар менән аралашып торғаны, ландшафты бик ҡыҙыҡлы, матур: таулы ерҙәре бар, йылғалары. Ҡаланың заманса итеп ҡоролған урындары оҡшаны, әйтәйек, АРТ-квадрат. Ҡала властарының урбанистика тенденцияларын белгәне күренә. Ҙур квартал, йәштәр бик күп.
Өфөгә килгәс, Салауат Юлаев һәйкәлен күрмәй китеү яҙыҡ булыр ине. Был майҙандан баш ҡалағыҙға иҫ киткес матур күренеш асыла икән. Әлбиттә, әлегә ҡаланың үҙәк өлөшөн генә күрҙем, тағы бик күп матур урындарын байҡап өлгөрөргә теләк ҙур.
Айырым иғтибарымды йәлеп иткәне: һеҙҙә матур кешеләр йәшәй. Төркиҙәр һылыулығы ул күҙгә ташланып тора, башлыса славян халыҡтарын күреп өйрәнгәс, был үҙенсәлекле матурлыҡ мине айырыуса һоҡландырҙы. Бөтөнләй икенсе төрлө халыҡ кеүек, ә шулай ҙа шул тиклем үҙ, яҡындар!" – тип тәьҫораттары менән бүлеште белорус ҡунағы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.