Ғафури районында Рәсәйҙең бокс буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Илфат Рәжәповтан яҡташтарына “Атайсал – бәләкәй тыуған яғым” проекты сиктәрендә ут һүндергестәр һәм янғынды иҫкәрткестәр бүләк ителде.
Һәр ауылдың төп байлығы, әлбиттә, уңған, ярҙамсыл, тыуған яғының сәскә атыуы өсөн тырышҡан кешеләр. Имәндәш – үҙҙәренең хеҙмәте менән тыуған ерен әллә ҡайһы тарафтарға таратҡан ҡыҙҙар һәм улдар үҫтергән ауыл. Уларҙың береһе – Рәсәйҙең бокс буйынса спорт мастеры, илебеҙҙең әллә нисә тапҡыр чемпионы, донъя һәм Европа чемпионатында приз яулаған Илфат Рәжәпов. Уның ярҙамы һөҙөмтәһендә Имәндәштә янғын иҫкәрткестәр барлыҡҡа килде. Ә матур ваҡиға сәбәпсеһе үҙе әлеге ваҡытта – республиканан ситтә.
Бөгөн 94 янғын иҫкәрткесте һәм ете ут һүндергесте Имәндәш ауылы Советы рәйесе Әхнәф Ноғайғоловҡа республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынға ҡаршы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Константин Терещенко менән ошо уҡ комитеттың Янғынға ҡаршы хеҙмәте инструкторы Рөстәм Даянов тапшырҙы.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Илфат Солтановҡа сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе, сөнки өйҙәргә ҡуйылған янғындан иҫкәрткестәр хужаларҙың хәүефтән ваҡытында иҫкәртеләсәгенә ишара. Ауылдаштары ла данлы яҡташтарына сикһеҙ рәхмәтле. Күп балалы Эльмира менән Айнур Зәйнәшевтәргә ут һүндергестәр тәүгеләрҙән булып тапшырылды.
Фото: Ғафури районы хакимиәте.