Йәмғиәт
24 Июнь 2021, 18:00

Хәбировты халыҡ ни өсөн ярата?

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Башҡортостандың халыҡ артисының ошо яҙмаһына юлыҡтыҡ.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ижади миҙгелен япты.
“Бәйләнештә” селтәрендә Башҡортостандың халыҡ артисы Илсур Хәбировтың түбәндәге яҙмаһына юлыҡтыҡ:
“Күренекле драматург Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” спектакле тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Унда мин Йәнгилде ролен уйнаным, улай ғына ла түгел, рәхәтләнеп уйнаным”, – тип шатлығы менән уртаҡлашҡан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илсур Хәбиров.
Шул иғтибарға лайыҡ, ул образдарҙы бөтә тулылығында асыуға өлгәшә, шуның өсөн дә халыҡ уны ярата.
Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” мелодрамаһы 1926 йылда ижад ителгән. Теүәл ике йылдан һуң пьесаны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры (ул саҡта – Башҡорт драма театры) сәхнәләштергән. Ул бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай, тамаша залы һәр саҡ халыҡ менән тулы була.
Фото: Илсур Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһе.
Читайте нас