Йәмғиәт
24 Июнь 2021, 06:45

Ҡыҙғаныс, вирус көслөрәк булып сыҡты...

"Ул бик яуаплы, ихлас күңелле кеше ине..."

Бөгөн яҡындары һәм хеҙмәттәштәре ғүмеренең байтаҡ өлөшөн республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһенә арнаған Флүрә Мифтахованы һуңғы юлға оҙатты. Уға бары алтмыш йәш ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә ул Зубов ҡасабаһындағы дауаханала дауаланған һәм өҙлөгөүҙәрҙән вафат булған.
Флүрә Әхмәҙи ҡыҙы ҡырҡ йыл буйына мәҙәниәт учреждениеларында эшләй, ауыл мәҙәниәт йорто директоры һәм Учалы районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһынан Башҡорт дәүләт филармонияһының концерт эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫарына тиклем юл үтә. Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Республика халыҡ ижады үҙәгендә хеҙмәт итә, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге конкурстар, фестивалдәр, байрамдар, семинарҙар үткәреүҙә яҡшы ойоштороусы була.
Хаҡлы ялға сығырға бер нисә йыл ҡалғас, Башҡортостан мәҙәниәт мираҫы объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә административ - хужалыҡ начальнигы булып эшләй. 2020 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
“Флүрә Әхмәҙиева үҙ эшен яҡшы белгән, яуаплы, ихлас кеше ине. Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау менән шөғөлләнгән Рәсәй һәм сит ил ғалимдары Флүрә Әхмәҙи ҡыҙына башҡорт ҡунаҡсыллығы һәм милли кухняһы менән таныштырғаны өсөн бик рәхмәтле булды,” - тине Үҙәктең директоры Данир Ғәйнуллин.
Флүрә Мифтахованың туғандары һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: ”Башинформ”
Читайте нас