Йәмғиәт
25 Июнь 2021, 06:30

"Пенсионерҙарҙы - хәстәрлекһеҙ, балаларҙы ялһыҙ ҡалдырырға ярамай"

Көслө ел 14 районда йорт, мәктәп, медпункт, мәҙәниәт йорттары ҡыйыҡтарын алып ташлаған, ағастарҙы йыҡҡан, электр бағаналарын ауҙарған...

Кисә республиканың ҡайһы бер райондарында көслө дауыл булып үткәне мәғлүм. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарында хәбәр итәләр.
Башҡортостан Башлығы Хакимәте етәксеһе Александр Сидякин да шәхси сәхифәһендә ошоға бәйле хәбәрҙәр һәм фотолар менән бүлешкән.
“Кисә көслө ел (тиҙлеге сәғәтенә 90 километрға тиклем!) 14 районда йорт, мәктәп, медпункт, мәҙәниәт йорттары ҡыйыҡтарын алып ташлаған, ағастарҙы йыҡҡан, электр бағаналарын ауҙарған. Ҡорбандар юҡ.
Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ һәм әле үк ярҙам күрһәтә башланыҡ: Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында мәктәп ҡыйығын ремонтларға кәрәк, Самарин ауылында дүрт йорт ҡыйыҡһыҙ ҡалған. Шишмә районындағы “Толпар”, “Алкин” балалар шифаханаларында ла ҡыйыҡтарҙы төҙәтергә кәрәк.
Пенсионерҙарҙы – хәстәрлекһеҙ, ә малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы ялһыҙ ҡалдырырға ярамай – ремонт башланды.
Аҡсаны ҡаҙна резервынан һәм ҡаҙанан тыш сығанаҡтарҙан бүләбеҙ. Хәл контролдә тотола”, - тип яҙған Александр Сидякин кисәге республикалағы хәлдәр тураһында.
Фото Александр Сидякиндың шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас