Белеүебеҙсә, бөгөн Яңауыл ҡалаһы барлыҡҡа килеүенең 30 йыллығын билдәләй. Ҡала көнө айҡанлы Некрасов исемендәге спорт паркында “Яңауыл – спорт ҡалаһы” тип аталған сара үтте. Кешеләр рәхәтләнеп төрлө конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, әүҙем ял сараларында ҡатнашты.
Парк Яңауыл йылғаһы ярында урынлашҡан. Был урын һәр ваҡыт ҡала халҡының яратҡан урыны һаналғанға күрә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, бында балалар өсөн уйын ҡорамалдары ҡуйырға ҡарар итәләр. Ә 2019-2020 йылдарҙа, “Ҡала мөхите” партия проектына ярашлы, паркта 13,6 миллион һумлыҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Улар барышында майҙандың буйынан-буйына йәйәүлеләр, велосипедсылар һәм саңғы роллеры өсөн айырым трассалар һалына. Урам яҡлап ағастар ултыртыла, яңы фонарҙар, заманса эскәмйәләр ҡуйыла, туҡталҡа эшләнә.
Дөйөм парк майҙаны икегә бүленә: береһе спорт яратыусылар өсөн тәғәйенләнһә, икенсеһе – балалар майҙансығы. Бәләкәстәр өсөн яһалған уйын биләмәһе кәртәләп алынған, майҙансыҡҡа йомшаҡ резина япма һалынған. Некрасов урамындағы был парктан йәйен-ҡышын кеше өҙөлмәй.
Спорт байрамынан һуң паркта “Сәләмәт быуын” программаһы буйынса йәштәр флешмобы үтте.
Фото: vk.com/mryanaulraion