“Атайсал” проекты сиктәрендә Мишкә районының Янағош ауылы биләмәһендәге Ғәзи Заһитов ерләнгән урынды һәм музейҙы реставрацияласаҡтар. Был башланғыс менән элекке Башҡортостан ЮХДДИ идаралығының баш инспекторы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов сығыш яһаған.
26 июндә ул тыуған яғына килгәс, музейҙы ҡараны. Динар Заһит улы шулай уҡ муниципалитет башлығы Ғәли Заһитов ерләнгән урынды ҡараны, үҙе уйлағанын тормошҡа ашырыу өсөн бағыусылар тапҡан. 30 сентябрҙә эштәр тамамланыр тип планлаштырылған. “Мишкә районы урта мәктәбендә уҡығанда Рейхстагҡа беренселәрҙең береһе булып әләм ҡаҙаған яҡташыбыҙ, Башҡортостан һалдаты, тураһындағы тарихты һәр кем белә ине. Ул Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитов булған. Уның музейы косметик ремонтҡа мохтаж. Ул ерләнгән урында кәртәне алмаштырырға, һәйкәлде таҙартырға, плитә ҡуйырға, мәрмәр валсыҡтарын һалырға кәрәк”, - тип белдергән Динар Ғилметдинов.