Кисә Йәштәр көнө алдынан Өфөләге “Арт-квадрат” ижади майҙансығында “Йәй. Трендтар. Йәштәр” темаһына гайд-парк булды. Унда “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы”, БР Йәштәр сәйәсәте лигаһы, студент отрядтары һәм йәштәрҙең башҡа ижтимағи ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәсеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы “Берҙәм Рәсәй”ҙән депутат Оксана Савчук, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов йәштәр менән аралашты, проблемалар хаҡында һөйләште.
Ә темалар төрлө юҫыҡта ине. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының ике ведомствоға бүленеше, йәштәрҙең һайлауҙағы перспективалары, вакцинациялау, электр самокаттары һәм башҡалар хаҡында һоранылар. “Бөгөн – ғәҙәти булмаған форматтағы осрашыу. Гайд-парк – ул беҙҙең, йәштәрҙең, асыҡтан-асыҡ ведомстволар вәкилдәренә һорауҙарыбыҙҙы бирә алған дискуссия форматы ул”, - тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” төбәк бүлексәһе етәксеһе Оскар Лютов. Рөстәм Әхмәҙинуров йәштәр карьера эшләй алған социаль лифттар хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ йәштәр менән дөрөҫ сәйәси ҡараш булдырыу өсөн эшләргә кәрәк икәнлеге хаҡында әйтте.