Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков сығыш яһаны һәм баш ҡаланың артабанғы үҫеше һәм торлаҡ төҙөлөшө тураһында һөйләне.
– Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы алдынан беҙ үҙебеҙҙең алға бик ҙур бурыстар ҡуябыҙ. Тик алға барыр өсөн әле ҡайҙа булыуыбыҙҙы белергә кәрәк, – тип башланы ул. – Бөгөн Өфө илдең 32 процент ВВП-һын булдырыусы тәүге ун Рәсәй ҡалаһы иҫәбенә инә. Тап ошо ҡалалар илебеҙ иҡтисады үҫеше өсөн федераль үҙәк иғтибарында. Беҙ федераль бюджетҡа 163 миллиард һәм республика бюджетына 63 миллиард һум һалым тәьмин итәбеҙ. Өфө – республика инвестицияларының 51 проценты һәм сауҙа әйләнешенең 54 проценты.
Торлаҡ төҙөүгә килгәндә, Сергей Николаевич белдереүенсә, яңы йорттар ярымутрау сиктәрендә һәм Ағиҙел аръяғында төҙөләсәк.
– Арзан торлаҡтың артыуы – Рәсәй милли сәйәсәтенең төп өҫтөнлөктәренең береһе. Өфө йыл һайын 840 мең квадрат метр торлаҡ индерергә тейеш һәм был бурыс үтәлә. Бөгөн ҡала илдә төҙөлөшкә бирелгән рөхсәттәр һаны буйынса икенсе урында, улар буйынса 2024 йылға тиклем 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тапшырыласаҡ, – тине Сергей Греков.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы белдереүенсә, икенсе мөһим йүнәлеш – Дим һәм Затон биҫтәләрнедә арзан торлаҡ сегментын үҫтереү.
– Оҙаҡ ваҡыт был биләмәләрҙе үҙләштереү инженер селтәрҙәре булмау арҡаһында сикләнеп килде. Быйыл республика властары ярҙамы менән Өфө “Стимул” федераль программаһына инде. Ошо сәбәпле инженер селтәрҙәрен төҙөү өсөн 8 миллиард һум аҡса йәлеп итеп буласаҡ. Был эште беҙ 2024 йылға тиклем тамамлаясаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә Ағиҙел аръяғында 1 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөп буласаҡ, – тине Сергей Греков.
Мэр белдереүенсә, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тиклем беҙ миллионлы ҡалалар араһында торлаҡ тармағындағы төп күрһәткестәр буйынса алдынғы урынға сығырбыҙ тип планлаштырыла.