Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы, ”Башҡортостандың алтын тауышы” Әхәт Мортазин исемендәге премия тапшырылды. Премия танылған дикторҙың ғаиләһе – хәләл ефете Тәнзилә Үлмәҫбаева һәм балалары тарафынан булдырылғайны.
“Яңы Байрамғол ауылы - талант эйәләренә бай төбәк. Яҡташтар уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә яуаплы ҡарай, - ти “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының радио тапшырыуҙары студияһы директоры Тәнзилә Үлмәҫбаева. - Әхәт Мортазин - педагогогтар династияһы вәкиле, бала саҡтан үҙе лә уҡытыусы булырға хыялланған. Халыҡ артисының хыялы тормошҡа ашты тиергә мөмкин, диктор радио һәм телевидение өсөн белгестәр быуыны тәрбиәләне, һәр ваҡыт кәңәшсе, уҡытыусы булды. Ул - туған телде, башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, тергеҙеү эшенә тоғролоҡтоң өлгөһө”.
Быйыл Әхәт Мортазин исемендәге премияға тарих уҡытыусыһы Рәмзиә Шаһиева һәм олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусы Тимур Вәлиуллин лайыҡ булды. Мортазиндарҙың үтенесе буйынса премияны Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тапшырҙы.
“Әхәт Мотаһар улы минең өсөн профессиональ уҡытыусым булды – радиола эшләргә өйрәтте. Бөгөн Башҡортостан радиоһында эшләгәндәр - уның уҡыусылары.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхәт Мотаһар улы беҙҙән иртә китте. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы уның тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау өсөн бөтәһен дә эшләй. Шул иҫәптән беҙҙең тыуған ауылда ла. Йәштәргә тиңләшерлек кеше бар!” - тине Эльвира Айытҡолова.