Йәмғиәт
28 Июнь 2021, 09:30

“Яҡташтар-2021” проекты буйынса тауыш биреү тамамланды

Проект буйынса тауыш биреүгә 2538 кешенең кандидатураһы сығарылды. Еңеүселәрҙең исемдәре ҡасан иғлан ителәсәк?

Башҡортостанда лайыҡлы һәм абруйлы замандаштарҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған “Яҡташтар-2021” проекты буйынса тауыш биреү тамамланды. Был башланғыс эргәбеҙҙә йәшәгән, республикабыҙ һәм халыҡ өсөн матур эштәр башҡарған кешеләр тураһында һөйләү мөмкинлеге бирә.
“Яҡташтар-2021” проекты ағымдағы йылдың мартында “Берҙәм Рәсәй” партияһының инициативаһы менән башланғайны. Тәүге этапта халыҡ араһында анкета алыу ойошторолоп, үҙенең эштәре менән халыҡтың хөрмәтен яулаған, үҙе йәшәгән төбәктең ғорурлығы булған шәхестәрҙе асыҡлау маҡсат итеп ҡуйылды. Онлайн форматтағы һорау алыуҙа – 5 меңдән ашыу, ғәҙәти алым менән ойошторолған анкеталауҙа 10 мең самаһы кеше ҡатнашҡан.
Анкеталар тулыһынса эшкәртелгәндән һуң июнь айында рейтинг тауыш биреү ойошторолдо. Исемлеккә төрлө номинациялар буйынса 2538 кеше индерелгән ине. Тауыш биреүҙә республиканың 60 меңдән ашыу кешеһе ҡатнашты. Уларҙың 47 меңдән ашыуы “БР Тауышы” (“Голос РБ”) порталы аша үҙ кандидатураһын яҡланы, ҡалған 13 мең самаһы кеше “Бәйләнештә” социаль селтәре аша тауыш биреүҙе хуп күрҙе.
Әлеге ваҡытта барлыҡ тауыштарҙы иҫәпләү, эшкәртеү дауам итә. Рейтинг тауыш биреүҙең һөҙөмтәләрен тулыһынса барлап, номинациялар буйынса еңеүселәрҙе иғлан итеү июль уртаһына билдәләнгән.
Читайте нас