Йәмғиәт
29 Июнь 2021, 06:00

Чемпионатты үткәреүгә әҙерҙәр

Роберт Уразов Башҡортостан Республикаһына етди эш һәм милли чемпионат финалын ойоштороуға индергән өлөш өсөн рәхмәтен белдерҙе

28 июндә Өфөлә Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Александр Бугаев, “Һөнәри оҫталыҡ агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй)” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры Роберт Уразов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге республикалағы сараны ойоштороу комитеты вәкилдәренең осрашыуы булды.
Осрашыу сиктәрендә делегацияла ҡатнашыусылар Өфөләге Cик урамындағы төп ярыштар майҙансығын баһаланы. 87 мең квадрат метр майҙан – финал стадияһында. Йәш профессионалдар паркында туғыҙ павильондан торған барлығы 17 каркас конструкция төҙөләсәк. Әле 19 компетенция өсөн павильондар әҙер, шулай уҡ профориентация өсөн комплекслы майҙансыҡ төҙөлгән. Майҙансыҡ төҙөкләндерелә.
Алексанр Бугаев ҙур эш атҡарылғанлығы хаҡында әйтте һәм төбәктең беренселекте үткәреүгә дөйөм әҙерлеген баһаланы.
– Беҙ эшләгән шарттарҙа был – еңел булмаған хеҙмәт. Техник әҙерлек шикләнеүҙәр тыуҙырмай. Ошо йәһәттән барыһы ла юғары кимәлдә үтәсәк. Беҙгә санитар-эпидемиологик хәлде аңларға һәм барыһын да ҡәнәғәтләндергән ҡарарҙы ҡабул итергә кәрәк. Иң мөһиме – чемпионатта ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлеге, - тип белдерҙе Александр Бугаев.
Роберт Уразов Башҡортостан Республикаһына етди эш һәм милли чемпионат финалын ойоштороуға индергән өлөш өсөн рәхмәтен белдерҙе, төбәктәрҙең сарала ҡатнашыу өсөн ҡыҙыҡһыныуын әйтте. Бөгөн илдәге 76 төбәк был сараға үҙ өлөшөн индергән.
- Төбәк менән эшләүе рәхәт, сөнки ул эш тип яна, колледждарыбыҙҙың әүҙем ҡушылыуын күрәбеҙ. Чемпионат өсөн һатып алынған ҡоролма мәғариф ойошмаларына йүнәлтеләсәк, - тине Роберт Уразов.
- Майҙансыҡтарҙы әҙерләү планлы рәүештә бара. Күрһәтелгән ваҡытта чемпионатты үткәреүҙе раҫлайбыҙ. Был – ҙур сара һәм уны үткәрергә кәрәк. Бөгөн эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуы хаҡында һөйләштек, шуға өҫтәмә сикләүҙәр индерҙек. Өлкән ҡатнашыусылар өсөн – мотлаҡ вакцинациялау һәм ПЦР-тест. Был хәүефте күпкә ҡыҫҡартасаҡ. Федераль комитеттың планлаштырылған дата буйынса ҡарарын көтәбеҙ һәм сараны иң юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас