Инстаграмда Рөстәм Нәбиевтең тормошон күҙәтеп барған кешеләр күп. Уның яҙылыусылары һаны ла һуңғы ваҡытта 1400000-ҙән артты.
Рөстәм көслө рухлы кеше булыуы менән күптәрҙе һоҡландыра, дәртләндерә. Үҙе хеҙмәт иткән казарма емерелеп, ике аяғын да юғалтҡан егеттең төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙен ҡулға алып, матур тормош алып барыуы ысынлап һоҡланыуға лайыҡ бит.
Ошоға тиклем инвалид коляскаһында йөрөгән егеттең ике аяҡта йөрөргә теләгәне тураһында ул күп тапҡыр әйткәне бар. Тик булған протездары ауыр, уңайһыҙ. Пандемияға тиклем ул Америкаға барып заманса протезда йөрөп өйрәнергә хыялланыуы тураһында ла әйткәйне. Әммә вирус сәбәпле әле был мөмкин түгел.
Ә ошо көндәрҙә Инстаграмдағы уның сәхифәһендә өмөтлө видео баҫылды. “Тормошомдоң әлеге этабында миңә бер ҡасан да булмаған кеүек һеҙҙән рухи ярҙам кәрәк” тип яҙҙы ул. Видеола иһә Мәскәүҙә яңы протездарҙа атларға өйрәнә. Был уға еңел бирелмәгәнлеге күренеп тора, әммә бирешмәй. Яҙылыусылары Рөстәмгә рухи ярҙам күрһәтеүгә дәррәү тотонған: улар яҡташыбыҙҙы күмәкләп хуплай, ҡеүәтләй, дәртләндерә, ихтыяр көсө теләй.
Аҙаҡ иһә протезда торған фотоһын да һалды. Унда:
“Әллә ҡасандан ошолай вертикаль торған Рөстәмде күргәнегеҙ юҡ ине. Минең яңы протездарым - биш миллион һумлыҡ KENEVO. Быға тиклем булғандарынан ул нимәһе менән айырыла? Улар еңел һәм идара итеүгә ябай. Был протездар аяҡтарын парлап ампутациялаған кешеләр өсөн махсус эшләнгән. Бөгөн уларға тәүге тапҡыр баҫтым. Оҙайлы ваҡыт туҡтап торғандан һуң был протездар ҙа ауыр кеүек тойола, тик айырма ла ҙур. Шуға күрә уларҙы тулы кимәлдә үҙләштерә алырмын тип ышанам. Изге юлға!” – тип яҙған яҡташыбыҙ.
Бик күп кешеләр уға хуплау һүҙҙәре яҙған, уңыштар теләгән. Көслө рухлы егет оҙаҡламай протездарында еңел йөрөр тип беҙ ҙә ышанабыҙ. Уңыштар һиңә, Рөстәм!