Йәмғиәт
29 Июнь 2021, 13:00

Йәй бешә генә

Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошо көндәрҙә һауа торошонда хәүефле күренештәр булыуы ихтимал тип иҫкәртә.

Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошо көндәрҙә һауа торошонда хәүефле күренештәр булыуы ихтимал тип иҫкәртә. Янғын хәүефлеге осрағы артасаҡ. Айырым райондарҙа һауа температураһының 38 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә. Ваҡыты менән елдең секундына 18 – 23 метрғаса етеүе ихтимал.
Киләһе тәүлектә яуым-төшөм көтөлмәй. Төнөн һауа температураһы 16 – 21 градус булһа, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен йәшнәүе көтөлә.
Инбер ЯПАРОВ, ғалим, география фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты:
- Мәскәүҙәге ғәрәсәт һәм һауа торошо республикаға килеп етмәйәсәк. Хафаланырға кәрәкмәй. Шулай ҙа төрлө дауылдар сығыу ихтималлығы көслө, сөнки ныҡ эҫе. Ундай саҡта хәүефле күренештәр булыуы ихтимал. Әлегеләй һауа торошо 1975 йылда булған. Ул йылды ла оҙайлы ҡоролоҡ булды һәм ямғыр 25 – 27 июндә генә яуҙы. Ошо хәл әле ҡабатлана. Минең фаразлауымса ҡоролоҡ июлдең яртыһына тиклем дауам итәсәк. Әлеге һауа торошоноң сәбәбен ҙур һыуһаҡлағыстар төҙөлөүе, айырыуса Волга йылғаһының быуылыуы менән бәйләйем. Ҙур һыуһаҡлағыстан сыҡҡан йылы парҙар һыуыҡ һауа массаларына үтергә ирек бирмәй, ошондай хәлде тыуҙыра.
Читайте нас