Йәмғиәт
30 Июнь 2021, 10:30

Стәрле йылғаһы ярында эш ҡыҙа

Стәрле яры тиҙҙән ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелер.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрле йылғаһы ярын төҙөкләндереүҙең өсөнсө сираты башланды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проекты нигеҙендә башҡарыла. Реконструкция өс этапта үтә, быйыл тәүге этап тормошҡа ашырыла.
Әле подряд ойошмаһы яр буйына ҡара тупраҡ ташыған, пирсты тәртипкә килтереү йәһәтенән әҙерлек эше бара. Эшселәр баҫҡыстар яһау менән мәшғүл. Бында шулай уҡ инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелә, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр ҡуйыла, асфальт һәм брусчатка түшәлгән юл, велотуҡталҡалар барлыҡҡа киләсәк.
– Стәрле яры тиҙҙән ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелер, тип ышанам. Йылға буйында уңайлы ял киңлеген булдырыу йәһәтенән төҙөкләндереүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Фото: sterlitamakadm.ru/adm/news/
Читайте нас