Йәмғиәт
30 Июнь 2021, 13:30

Йәштәргә мәҙәни ял өсөн аҡса биреләсәк

"Пушкин картаһы" программаһы йәштәрҙе мәҙәни яҡтан байытыр тип ышаналар.

Ил Президенты Владимир Путиндың халыҡ менән тура бәйләнешенә килгән һорауҙарҙың береһе мәктәп уҡыусыларының һәм йәштәрҙең мәҙәни үҫешен тәьмин итеүгә бәйле булды. Был йәһәттән дәүләт башлығы яңы ярҙам төрө тураһында әйтте. Илдә “Пушкин картаһы” барлыҡҡа килеүе ихтимал. Пландар буйынса, унда 14-тән 22 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн өс мең һум аҡса һалырға йыйыналар. Был аҡса “мәҙәни” маҡсаттарҙа тотонолорға тейеш.
– Беҙҙең был йәһәттән тәҡдимебеҙ бар, уны Хөкүмәт менән бер нисә ай хәл итәбеҙ. Уны “Пушкин картаһы” тип атамаҡсыбыҙ. 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә ҙур булмаһа ла аҡса биреп, уларҙы мәҙәни яҡтан байыҡтырырға теләйбеҙ. Карта менән быйыл һәм киләһе йылда сентябрь-декабрь айҙарында файҙаланырға мөмкин буласаҡ, унда өс мең һум аҡса һалынасаҡ, – тине Владимир Путин.
Үҫмерҙәр һәм йәштәр был аҡсаға мәҙәниәт үҙәктәре, музейҙар, күргәҙмәләргә бара аласаҡ.
– Йәштәр был мөмкинлек менән файҙаланыр, үҙ төбәктәрендә генә түгел, ә дөйөм Рәсәйҙең мәҙәниәт учреждениеларына барыр тип ышанам. Күптәрҙең мәҙәни байлығыбыҙҙы күргеһе, белгеһе килә, тик бының өсөн финанс мөмкинлектәре юҡ. Был осраҡта улар быны ғаилә бюджетына теймәй, дәүләт иҫәбенә эшләй аласаҡ, – тине Президент.
Читайте нас