Йәмғиәт
1 Июль 2021, 16:30

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү мөһим

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Өфө районының Ҡармасан һәм Нөрлө ауылдарында булды.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин Өфө районының Ҡармасан һәм Нөрлө ауылдарында булды. Был биләмәләрҙә 23 июндә көслө дауыл үткәйне. Стихия ҡазаһынан һуң уға райондан күптәр яҙған. Депутат был мөрәжәғәттәргә битараф ҡала алмайынса, урындағы халыҡ менән шәхсән аралашырға булған.
Ҡармасанда балалар баҡсаһының ҡыйығы зыян күргән. Ҡыйыҡтың бер өлөшөн ел алып ташлаған. Парламентарий менән осрашыуҙа Өфө районының Ҡармасан ауыл Советы башлығы Мәғдән Хажиев ошо турала хәбәр итте.
“Рафаэль Мирхәтим улының ярҙамы менән муниципаль хеҙмәттәрҙең эшен көйләнек. Улар ҡыйыҡты ремонтлау өсөн подрядсыны йылдам билдәләне. Һөҙөмтәлә социаль әһәмиәтле объекттың ҡыйығын тиҙ арала сифатлы итеп төҙөкләндереп ҡуйҙыҡ”, – тине Мәғдән Хажиев.
Артабан Рафаэль Мәрҙәншин Нөрлө ауылына юлланды. Унда көслө ел өс ҡатлы торлаҡ йорттоң ҡыйығын алып ташлаған. Нөрлөлә ул Өфө районының Николаевка ауыл Советы башлығы Антон Черепанов менән осрашты.
“23 июндә бер нисә минут ҡына көслө ел булды, ләкин ул артынан байтаҡ емереклектәр ҡалдырҙы. Парк урамындағы ике ҡатлы йортта ҡыйыҡты емерҙе, электр сымдарын өҙҙө. Ярай әле дауылдан һуң авария бригадалары килеп, тиҙ арала ҡыйыҡты ла эшләне, электр тәьминәтен дә яйға һалды. Бөгөн ремонт тамамлана. Ошо эштә ҡатнашлығы булған власть вәкилдәренә һәм башҡаларға ярҙам өсөн ҙур рәхмәт”, – тине Антон Черепанов.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса парламентарий, тәбиғәт стихияһы ҡуйған һынауҙан һуң ауыр хәлдә ҡалған республика халҡына ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләне.
“Ҡармасан менән Нөрлө ауылдарындағы балалар баҡсаһы һәм йорт ҡыйығын ямғырҙар башланып, һауа торошо боҙолғанға тиклем төҙәтеп ҡуйыуҙарына бик шатмын. Әлбиттә, был эш республикабыҙҙағы бөтә дәүләт власы һәм муниципаль власть органдарының, Хәбиров командаһының йылдам сара күреүе һөҙөмтәһендә башҡарылды”, – тине ул.
Фото: bash.news
Сығанаҡ: bash.news
Читайте нас