Йәмғиәт
1 Июль 2021, 13:30

Фестивалдә башҡорт аттары ла ҡатнаша

Башҡортостан делегацияһы 3-4 июлдә үткәреләсәк “Тербун сиге. Эҫе йәй” төбәк-ара хәрби-тарихи фестивалдә ҡатнашыу өсөн юлланды.

Бөгөн Башҡортостан делегацияһы 3-4 июлдә үткәреләсәк “Тербун сиге. Эҫе йәй” төбәк-ара хәрби-тарихи фестивалдә ҡатнашыу өсөн юлланды.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Тербун районындағы яуҙарҙа Ҡыҙыл Армияның 27 мең һалдаты һәм офицеры ҡатнашҡан. Озерки ауылы эргәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугире һәләк булған. Былтыр унда Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст ҡуйылғайны.
Делегация составында – “Любизар” хәрби-тарихи клубы ағзалары, яугирҙәребеҙҙең ейәндәре, бүләләре, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр.
“Башҡорт ҡоролтайы ике йыл инде Башҡорт кавалерия дивизияһының, һуғыш ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү менән бәйле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Беренсе тапҡыр Тербун фестивалендә тарихты күрһәтеүҙә башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашасаҡ”, - тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Сараның төп маҡсаты - Бөйөк Еңеү тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау. Аттарҙы Башҡортостандың Йылҡысылыҡ һәм ат спорты үҙәге – Советтар Союзы Геройы генерал Т. Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромы хеҙмәткәрҙәре алып бара.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас