Бөгөн Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Мироновтың тыуған көнө! “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Игорь Геннадьевичты күркәм байрамы менән ҡотлай, эшендә уңыштар теләй!
Күптән түгел Игорь Миронов Салауат ҡалаһындағы “Ровесник” йәштәр үҙәгенең эшенән ҡәнәғәт булыуы тураһында яҙғайны. Ошо көндәрҙә тағы ла бер һөйөнөсө менән уртаҡлашҡан.
– Салауат ҡалаһынан бер юлы өс уҡыусыбыҙ физиканан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырҙы, – тип хәбәр иткән Игорь Геннадьевич. – 2-се гимназиянан – Анастасия Климентьеваға, 1-се гимназиянан – Николай Кузнецовҡа һәм 1-се лицейҙан – Дан Шәрәфетдиновҡа “афарин!”дан башҡа һүҙебеҙ юҡ. Хәйер, был осраҡта уҡытыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ! Бына улар кемдәр – Наталья Корнева, Азамат Фәхретдинов һәм Ирина Видинеева! Ысынлап та, беҙҙә тәрән белемле балалар уҡый һәм дан уҡытыусылар эшләй!
Фото: Игорь Мироновтың “Бәйләнештә” сәхифәһенән.