Сингапур ҡунағы Бенджамин Дюпал – Кушнаренко ауылындағы борон Ҡыҙҙар тауында урынлашҡан алпауыт хужалығы менән идара иткән сауҙагәр Грибушиндарҙың тоҡомонан. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин ҡунаҡты ҡаршы алған һәм оҙатып йөрөгән.
Бенджамин үҙе Францияла тыуған, хәҙер Сингапурҙа йәшәй һәм сәй бизнесы менән шөғөлләнә. Кушнаренкоға ул үҙенең нәҫел ағасын барлау, ғаиләһенең тарихын өйрәнеү маҡсаты менән килә. Әйткәндәй, уның олатаһы Михаил Грибушин да сәй һатҡан. Грибушиндар XVIII быуатта төбәктең иҡтисади һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, етемдәргә ныҡ ярҙам иткән сауҙагәрҙәр тоҡомо. Улар - бай тарихлы ғаилә.
"Бенджамин менән бергә Грибушиндарҙың элекке усадьбаһын ҡараныҡ, ҡунаҡҡа Кушнаренконың матур урындарын күрһәттек. Кушнаренко виноградтары унда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡасабаны артабан үҫтереү буйынса проекттарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды һәм хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе. Бенджамин туризмды үҫтереүгә һәм инвестициялар йәлеп итеүгә үҙ өлөшөн индерергә теләй", - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин.