Йәмғиәт
1 Июль 2021, 03:30

Сүп-сар реформаһы хаҡында ла һүҙ барҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға республикабыҙ илдә лидер, йәғни сүп-сар реформаһы буйынса иң яҡшыларҙың береһе булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында: “Сүп-сар реформаһы – барлыҡ ил буйынса ҙур эш. Йыл һайын 60 миллион ҡалдыҡ йыйыла, 10 миллион тонна ҡалдыҡты айырым йыйыуға һәм 3 миллион тоннаны эшкәртеүгә беренсе инвестициялар йүнәлтелде. Яҡын йылдарҙа сүп-сар яғыу заводтарын сафҡа индерергә тейешбеҙ. Үтилләштереүһеҙ мөмкин түгел. Биш завод төҙөү ҡаралған, Хөкүмәт был программаны киңәйтеүҙе ҡарай”, - тип белдергәйне.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был йәһәттән түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе: “Рәсәйҙә сүп-сар реформаһы иғлан ителгәйне. Икенсе йыл инде ул дауам итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылға республикабыҙ илдә лидер, йәғни сүп-сар реформаһы буйынса иң яҡшыларҙың береһе булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙы.
Аҙна һайын кәңәшмә үткәрәбеҙ һәм был ҡаты ҡалдыҡтар менән бәйле хәлде ҡаты контролдә тоторға ярҙам итә. Беҙҙә айырым һөҙөмтәләр бар, сөнки муниципалитеттарҙа контейнерҙар майҙансыҡтарын булдырҙыҡ. Улар беҙҙә йәшәгәндәргә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы һалырға ярҙам итә. Шулай итеп, был мәсьәлә хәл ителде. Төбәктәге дүрт операторҙың сүп-сар сығарыуҙы тәьмин итеүен контролдә тотоу өсөн видео системаһын ҡуйҙыҡ. Был онлайн режимда сүп-сар сығарыуҙы күреүҙе тәьмин итә. Автомобилдең сүп-сар артынан ҡасан килгәнлеге һәм уны ҡасан ташығанлығы күренә. Низағ тыуа ҡалһа, йәки республикала йәшәгәндәрҙең мөрәжәғәт итеүе осрағында ошо фотоларҙы ҡарап, сүп-сарҙың ваҡытында сығарылыу-сығарылмауын күрәбеҙ. Был этапты тамамланыҡ һәм мониторинг ғына үткәрәбеҙ.
Быйыл икенсе кимәлгә сыҡтыҡ. Ул - төбәк операторҙары өсөн инвестициялар базаһы: улар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өсөн заманса полигондар, шулай уҡ сүп-сар сортировкалау комплекстары төҙөргә тейеш. Бындайҙар сафҡа индерелгән. Артабан - сүп-сарҙы яндырыу заводтары. Был сүп-сарҙы йыйыу түгел, эшкәртеү һәм юҡҡа сығарыу өсөн кәрәк.
Быға тиклем йыйылған сүп-сарға килгәндә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өйөмдәрен һәм үҙ эшен тамамлаған полигондарҙы ликвидациялау буйынса эш бара. Был – киләһе этап. 2024 йылда ошо йүнәлеш буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булыу өсөн эшләйбеҙ”.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас