Йәмғиәт
1 Июль 2021, 17:00

Шаҡша күперенә асфальт һаласаҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәте юлға сығыусыларҙы был йүнәлештә юл эштәре атҡарылыуы тураһында иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра.

Ошо көндәрҙә Шаҡша күперендә яңы асфальт һала башлаясаҡтар. Әлеге мәлдә күперҙә юл насарайған, соҡорҙар һәм тигеҙһеҙ урындар барлыҡҡа килгән. Унан йыш йөрөүселәр юлды ипкә килтереүҙе һорап ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән.
Подрядсы ойошма эштәрҙе тиҙ арала атҡарырға ниәтләй. Июлдә көндөҙгә сәғәт 12-нән киске сәғәт 20-гә тиклем иҫке асфальт япмаһының яртыһы һыҙырып алынасаҡ. Икенсе көнөнә асфальтты һаласаҡтар. Күперҙең икенсе яртыһында был эштәрҙе 7-8 июлдә атҡарасаҡтар. Әгәр ямғыр яумаһа, эштәр өҙөклөкһөҙ алып барыласаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте юлға сығыусыларҙы был йүнәлештә юл эштәре атҡарылыуы тураһында иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра. Тығындар барлыҡҡа килеү ихтималлығы юғары, шуға алдан ваҡытты самалап юлға сығыуҙы һорай.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас