Йәмғиәт
2 Июль 2021, 13:00

Бүздәк игеҙәктәргә байыған

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта иң таралған ҡыҙҙар исеме ниндәй икәнлеген беләһегеҙме?

Бүздәк районы ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығын демография өлкәһендә бик матур яңылыҡтар менән тамамланы: 30 июндә райондың бер түгел ике ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар донъяға килгән.
Альбина менән Артур Хәбибрахмановтарҙың улы һәм ҡыҙы – Асҡар менән Йәсминә тыуған. Ә Алһыу һәм Рафаэль Яфаевтар бер ыңғайҙан ике ҡыҙға – Самина менән Йәсминәгә әсәй-атай булған. Әйткәндәй, ике ғаиләлә лә игеҙәктәр – тәүге сабыйҙар.
Йәш ғаиләләрҙең ҡыуаныстарын ихлас уртаҡлашып, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта тап Йәсминә иң киң таралған исем булып танылған.
Сығанаҡ һәм фото: Башинформ
Читайте нас