Йәмғиәт
2 Июль 2021, 09:30

Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән осрашты

Осрашыуҙа бик күп көнүҙәк темалар күтәрелде.

1 июлдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башығы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм блогерҙар менән осрашты. Бында республиканың VI Бөтә доъя фольклориадаһына әҙерлеге, коронавирустан вакциналау һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеү барҙы.
Радий Хәбиров өфөләрҙең яңыраҡ насар еҫкә зарланыуына бәйле хәлде аңлатып үтте. Был Яңы Черкассы ҡасабаһында урынлашҡан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары янып китеүгә бәйле. “Был саҡта мин Мәскәүҙә кәңәшмәлә инем. Өфө мэры Сергей Грековҡа шылтыраттым. Мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡуштым”, – тине ул.
Сүп-сар полигонындағы янғын һүндерелде. Ә һауаға бүленеп сығырға мөмкин ағыулы матдәләргә бәйле хәл "Роспотребнадзор" күҙәтеүендә.
“Тикшереү тамамланғас, халыҡҡа ниндәй ойошмалар арҡаһында һауа зарарланғанын һөйләрбеҙ. Ғәйеплеләр язаһын аласаҡ”, – тип билдәләне республика Башлығы.
Журналистарҙы яҙыусы Сергей Довлатовтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы нимәләр эшләнеүе лә ҡыҙыҡһындырҙы. "Беҙ планды үтәйбеҙ, сараға финанс ярҙамы буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙың тағы бер темаһы – Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығын ике айырым ведомствоға: Спорт министрлығы һәм Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына бүлеү.
“Проблеманы хәл итергә кәрәкһә, бының өсөн һәр саҡ тейешле инфраструктураны төҙөйөм, – тине республика етәксеһе. – Йәштәр сәйәсәте менән хәл ныҡ мөһим. Йәш быуын менән нығыраҡ шөғөлләнмәһәк, киләсәктә балалар дәүләт иғтибары алмай үҫеп етһә, бының насар емештәрен татырға мөмкинбеҙ”.
Ҡалаларҙа самокаттар менән йөрөүгә бәйле сикләүҙәрҙе идерергә кәрәкме, тигән һорауға яуап биргәндә, Радий Хәбиров был хәрәкәт итеү ҡоролмаларының кешеләр өсөн хәүефкә әйләнергә мөмкин икәнен билдәләне. “Кешеләр төрлө хәлдә йөрөй, үҙ-ара һөйләшә, юлға ҡарамай”, – тине ул. Башлыҡ фекеренсә, уға әлегә был мәсьәләгә ҡыҫылырға кәрәкмәй, йәмғиәт үҙ фекерен белдерергә тейеш.
Өфөнөң таҙалығына, инфраструктураһына бәйле һорауҙар ҙа бихисап, тип билдәләне республика етәксеһе. “Ҡала бысраҡ. Мин быға һәр саҡ иғтибар йүнәлтәм. Ҡайҙалыр үләнде сапмағандар, ҡайҙалыр бысраҡты таҙаламағандар”. Сергей Греков етәкселегендәге яңы команда был мәсьәләне хәл итер, тип өмөтләнә республика Башлығы.
Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек тә барыһын да ҡыҙыҡһындыра. Радий Хәбиров юбилейға ҡағылышлы бар объекттарҙы ла 2024 йылға тамамлап булмаҫын билдәләне.
“Әле тормошҡа ашырған күп пландар күберәк ваҡытты аласаҡ. Мәҫәлән, вуз-ара студенттар кампусын төҙөү, Өфөнөң көньяҡ битләүен эшкәртеү. Октябрь Революцияһы урамындағы 80 йорттан кешеләрҙе күсерергә кәрәк. Эштәр күләмле, әммә беҙ уларҙы атҡарып сығырбыҙ”, – тине ул.
Республика Башлығы әйткәненсә, 2024 йылға тиклем Өфөлә 20-ләп яңы объект һалынасаҡ. Улар иҫбендә – Волейбол һарайы, Спорт көрәше үҙәге, Заманса сәнғәт музейы, Евразия китапханаһы һәм башҡалар.
Өфө аэропортында эштәр тамамланасаҡ, урамдар тәртипкә килтереләсәк, йорттар, уларҙың фасадына архитектур яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ. Балалар онкологияһы һәм гематологияһы, Республика кардиология үҙәктәрен, Ҡурсаҡ театрын, Дәүләт циркын, Рус драма театрын реконструкциялауҙы тамамлау күҙ уңында тотола.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров журналистар менән блогерҙарға республика тормошона битараф булмаған өсөн рәхмәт белдерҙе. “Мин киң мәғлүмәт сараларының мөһимлеген яҡшы аңлайым”, – тине ул һәм бындай осрашыуҙар даими үткәреләсәген әйтте.
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас