Сквер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы яңыртыла. Бында йәйәүлеләр өсөн юл, тротуарҙар һалына, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Бынан тыш, биләмәне йәшелләндереү, ағас, ҡыуаҡтар ултыртыу планлаштырыла. Әле бында ерҙе тигеҙләү, кабель һалыу, йәшелләндереү участкаларының планын төҙөү менән мәшғүлдәр.