

Һыуҙан атлаған кешене күргәнегеҙ бармы? “Кит бынан, юҡты һөйләмәгеҙ?” тиерһегеҙ. Ә бына мин күрҙем. Һүҙ ҙә юҡ, ерҙән йөрөгән шикелле үҙен ышаныслы тотмаһа ла, һыу өҫтөнән атлап аптыратты.
"Мәктәптә физкультура дәресен яраттым, – ти Илнар Сәғәҙиев. – Ҡайһы малай "козел"дан һикерергә яратмай! Шуның шикелле мин дә быға әүәҫ инем".
Илнар әйтеүенсә, "козел"дан һикергәндә тын алышы ярҙамында бөтә кәүҙәне юғарыға һәм алға “ташларға” кәрәк. Шуның һымаҡ, һыуҙан атлағанда ла һауаны дөрөҫ һулау зарур. Тап ошо саҡта тотош кәүҙәне юғарыға “күтәрәһең” дә атлап китәһең..
Илнат Сәғәҙиев әле киңлеге ун метрлыҡ йылғанан атлап сыға ала, тамаша ҡылыусыларҙың барыһының да күҙҙәре маңлайына менгән. Ул киләсәктә йылғаны арҡырыға түгел, ә буйына йөрөргә маҡсат ҡуйған.
Автор фотоһы.