Йәмғиәт
6 Июль 2021, 15:22

Был баҫманы күптән көткәйнек

Унда шайморатовсылар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған.

Ҡырмыҫҡалы районы – халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы. Ҡырмыҫҡалы районының үҙәгендә лә, тыуған ауылы Шайморатовта ла (Биштәкә) батырҙың тормош юлын өйрәнеү даими дауам итә. Мәҫәлән, былтыр район өсөн мөһим сараларҙың барыһы ла тиерлек генерал-майор исеме менән бәйле булды. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы беренсе тапҡыр “Генерал М.М. Шайморатов” экспозиция-күргәҙмәләр комп­лексын, Рәсәй Геройының тыуыуына 121 йыл тулыу айҡанлы, Ҡырмыҫҡалы районына тантаналы тапшырҙы. Ошо уҡ көндә ҡырмыҫҡалылар өсөн башҡорт халҡының данлыҡлы батырының тыуған көнөнә арналған музыка һәм әҙәбиәт кисәһе ойошторолдо.


Күптән түгел тарихыбыҙҙа яҡ­ты эҙ ҡалдырған ваҡиға теркәл­де: Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһе менән таныштырыу кисәһе булды. Был үҙенсәлекле сара Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.
Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районындағы һәр ауылда тиерлек данлыҡлы яҡташтары Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгән урам бар. Шайморатов ауылындағы мәктәп тә уның исемен йөрөтә. Элек “Шайморатов” колхозы булһа, хәҙер ул хужалыҡ “Шайморатов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атала. Бынан тыш, Рәсәй Геройы иҫтәлегенә республика кимәлендә волейбол турниры, көрәш кеүек спорт саралары үткәрелә. Тағы шуныһы һөйөнөслө: 2015 йылда тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйында Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты рә­йесе Ғәлим Яҡупов, Ҡырмыҫ­ҡалы районы хакимиәте баш­лығы Әлфир Сабиров һәм баш­ҡалар ҡатнашты. “Барығыҙҙы ла арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған ерендә сәләмләүемә шатмын, – тине Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров. – Бөгөн ентекле, әллә күпме көс һалынған хеҙмәттең исем туйын үткәрәбеҙ. Райо­ны­быҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүсе­ләре лә был баҫманың донъя күреүенә тос өлөш индерҙе. Бер кешенең хәтере ҡыҫҡа, ә ха­лыҡтыҡы – оҙон. Шайморатов­сыларҙың ҡаһарманлығы халыҡ йөрәгендә йәшәй”.
Башҡортостан Милли архивы­ның бүлек етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡар­ма комитеты ағзаһы Азат Ярмуллин ошо проект барышында яугир-шайморатовсылар тура­һында мәғлүмәттең нисек тупланыуы, уларҙың “Башҡортостан энциклопедияһы”на тапшырылыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләне.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең исем туйына яугирҙәрҙең яҡындары – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре саҡырылғайны. Улар араһында Октябрьский ҡалаһынан Зөлфиә Сафиуллина ла бар ине. Уның әсәһенең атаһы, олатаһы Вәлиулла Заһит улы Һибәтуллиндың яҙмышы ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән бәйле, ул яу йылдарында инструктор булған. “Шайморатов вариҫтары” проек­тының әһәмиәте баһалап бөт­көһөҙ. Тыуған иленең, киләсәк быуындарының имен, тыныс тормошо өсөн үҙен аямай башын һалған ҡаһармандарҙың исем-шәрифен бөгөнгө һәм киләсәк быуындар онотмаҫҡа тейеш. Был сараға бик тулҡынланып килдем”, – ти Зөлфиә Сафиуллина.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең презентация­һында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәш­риәте, Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары вәкилдәре, Нуриман, Йәрмәкәй, Илеш, Белорет, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Ишембай райондарынан, Өфө, Сибай, Учалы, Октябрьский ҡалаларынан делегациялар булды. “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһе менән таныштырыу кисәһенә яугирҙәрҙең яҡындары – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре һәм “Шайморатов вариҫтары” проектында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаһарман­дарҙың исемен мәңгеләштереүгә өлөш индергән кешеләр саҡы­рылғайны. Тағы шуныһы ҡыуа­ныслы – был үҙенсәлекле тан­танаға Тверь өлкәһе башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Марат Бәхтиев тә килгәйне. Уның ҡартатаһы Хафиз Шакир улы Дилмөхәмәтов Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуып үҫкән. Ул 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкында хеҙмәт иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере Бөйөк Ватан һуғышы тамам­ланмаҫ элек үк, 1942 йылдың 26 ноябрендә, өҙөлгән. Шайморатовсы Ростов өлкәһенең Степаново ауылында ерләнгән. Унда дүрт яугирҙең исеме яҙылған стеланы асырға ниәтләйҙәр.
Сараға килгәндәр ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музейҙы ла ҡараны.

Тарихи йәһәттән ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ

Һәммәбеҙ өсөн кәрәкле, бай йөкмәткеле, тарихи йәһәттән ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы яугирҙәре” биографик баҫмаһында 2700 биографик белешмә тупланған. Был мәғлү­мәт “Шайморатов вариҫтары” проекты тарафынан ойошто­ролған. Әйткәндәй, ул халыҡ араһында киң танылыу яулағайны, башҡорт атлылары тураһында мәғлүмәт менән бик күп хаттар килгән.
Был китапты туплауға республика музейҙары, Башҡортос­тан хәрби комиссариаты, Архив эштәре идаралығы, Милли архив һәм башҡа ойошмалар хеҙмәт­кәрҙәре тос өлөш индергән. Ошо проект барышында 3800-ҙән ашыу яугир тураһында мәғлүмәт йыйылған, улар “Башҡортостан энциклопедияһы”на тапшы­рылған. Исемлек аныҡланғандан һуң тороп ҡалған 2700 башҡорт атлыһы тураһында мәғлүмәт китапҡа ингән. Меңгә яҡын исем-шәриф уларҙың тап 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеүе тураһында мәғлүмәттәрҙең раҫланмауы сәбәпле әлегә индерелмәгән.
Был көндә яугирҙәр вариҫ­тарына һәм “Шайморатов вариҫ­тары” проекты активистарына китап бүләк ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов әүҙемселәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шайморатов ауылы музейына легендар яҡташтары һәләк булған урындан бер ус тупраҡ һалынған тубустар тапшырылды.
“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең баҫылыуын көткәйнек, сөнки халыҡ үҙ батырҙарын белергә, иҫләргә һәм киләһе быуындарға уларҙың исем-шәрифен, батырлыҡтары, үҙҙәрен аямай, фашистарға ҡаршы күтәрелеүе кеүек мәғлүмәттәрҙе тапшырырға тейеш. Тап ошо осраҡта ғына тарихи үткәндәребеҙ онотолмаҫ. Өҫтәүенә, бына ошондай саралар быуындары сылбырының өҙөлмәүенә лә булышлыҡ итә.


Ҡырмыҫҡалы районы.
Автор:Айһылыу НИЗАМОВА
Читайте нас