Өфө ҡалаһы һәм районы балалар баҡсалары, Республика психологик-педагогик, медицина-социаль ярҙам үҙәге 2022 йылда федераль бюджеттан “Рәсәй Федерацияһы “Мәғариф үҫеше” дәүләт программаһы “Мәғариф” милли проекты “Заманса мәктәп” федераль проектының “Балаларҙың ата-әсәләренә (законлы вәкилдәренә), шулай уҡ үҙ ғаиләләренә тәрбиәгә балалар алырға теләгәндәргә психологик-педагогик, методик һәм консультатив ярҙам” сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә юридик шәхестәргә субсидиялар формаһында федераль бюджеттан гранттар биреүгә конкурс һайлауы еңеүселәре тип танылды.
Тотош илдән 151 мәғариф ойошмаһы еңеүсе тип танылһа, улар араһында Башҡортостан Республикаһынан алты ойошма бар. Аҡса Башҡортостан Республикаһында ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә), үҙ ғаиләләренә тәрбиәгә ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар алырға теләгән граждандарға белем һәм тәрбиә, шул иҫәптән өс йәшкә тиклемге балалар өсөн психологик-педагогик, методик һәм консультатив шарттар мәсьәләләрендә компетентлылығын күтәреү буйынса шарттар ойоштороуға йүнәлтеләсәк. Һәр ата-әсә консультация үҙәге белгестәренән балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Шулай итеп, конкурста еңеүселәр: Өфө ҡалаһындағы 29-сы, 97-се, 220-се балалар баҡсалары, Өфө районындағы Подымалов ауылындағы “Фантазия” балалар баҡсаһы, Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, “Индиго” психологик-социаль ярҙам үҙәге.