Йәмғиәт
6 Июль 2021, 17:15

“Тротуарҙан “туҡталҡа” яһанылар...”

Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Алина Хәбирова нимә тип мөрәжәғәт итте?

“Инцидент-менеджмент” системаһына барып эләккән бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай.
Был юлы Өфөләге Октябрь районынан Алина Хәбирова мөрәжәғәт иткән.
“Оҙаҡ йылдарға һуҙылған проблема бар. Ҡышын да, йәйен дә А. Королев урамында – ошондай картина: тротуарҙан “туҡталҡа” яһанылар. Ҡыш унда кешеләр бер нисек тә йөрөй алмай. Машина килә икән, коляска менән көрткә сумаһың. Йәй ҙә шул уҡ хәл. Унда юлдар бер ҡасан да эшләнмәне. Фотола был күренә...” - тип яҙған ҡатын.
Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән түбәндәге хат килгән: “Академик Королев урамындағы 8-се йорт тирәһен тикшерҙек һәм был участкала ҡоймаларҙы ҡуйыу буйынса эште ойошторҙоҡ. Май, июнь айҙарында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр соҡорҙарҙы ямау менән мәшғүл ине. Шул иҫәптән Академик Королев урамында ла. Шуға ҡоймаларҙы ҡуйыу эшенә һуңғараҡ тотонасаҡтар”.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас