Йәмғиәт
6 Июль 2021, 03:55

Уларҙы һынауҙар һындырмаған

"Беҙҙе көнө буйы коляскала тик ултыра тип уйламағыҙ. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла йә ошолай ултырған килеш, йә ергә тубыҡланып, үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, өҫтөбөҙҙө лә йыуабыҙ..." - өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар.

Һеҙҙең иғтибарға коллегабыҙ Рәхимә Мусинаның фәһемле яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән, һынауҙар һындырмаған көслө рухлы Әбйәлил уҙамандары тураһындағы яҙма күптәрҙе уйландырыр, моғайын. Әгәр ярҙам күрһәтергә теләгегеҙ булһа, түбәндә күрһәтелгән һылтанма буйынса мәҡәлә авторына мөрәжәғәт итегеҙ.

Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында үткән ауылдаштар байрамында урам буйлап атлаған ҡунаҡтарҙың иғтибарын ғәҙәти булмаған бер күренеш үҙенә тартты. Бер яңы йорттоң ҡапҡаһы алдында өс ир-егет инвалид коляскаларында теҙелеп кенә ултырып байрам барышын күҙәтәләр ине. Төҫ-баштарына ҡарап, уларҙың ағайлы-ҡустылы икәнен сырамытырға була ине. Сараны алып барыусы Йәнекәй клубы мөдире Идиә Ғәлимова халыҡты бер минутҡа ғына улар янында туҡталырға һораны. Арабыҙҙа башҡаланан ҡунаҡтар, билдәле яҡташтар, хатта ҡоролтай депутаты ла бар ине. Бөтәһе лә, моғайын, башта минең кеүек уйлағандыр: хәҙер Идиә Миҙхәт ҡыҙы ағай-энеләрҙең аяныслы яҙмышын һөйләп, йә махсус интернатҡа урынлаштырырға, йә шифаханаға путевка юлларға ярҙам итергә һорар тип. Әммә ул көтөлмәгән һүҙҙәр әйтте: “Кешеләр, ошо егеттәрҙән үрнәк алығыҙ! – тине. - Бала саҡтан физик мөмкинлектәре сикләнгән, коляска ярҙамында ғына йөрөй алған бер туған Ҡунаҡҡоловтар, бер ҡайҙан ярҙам һорамай, ярты йыл эсендә бына ошо йортто үҙҙәре төҙөп сыҡтылар! Әле бына уртансылары Рафиҡ кәләш алып ебәргәс, ҡапҡа эстәрендә Фәиз менән Рәфискә тип тағы бер өй башланылар. Ҡунаҡҡоловтар эсмәй, тартмай, ҡулдары эш белә, өсөһө лә бынамын тигән гармунсылар. Улар тураһында һөйләгеҙ, яҙығыҙ: әйҙә, оят булһын алты ағзаһы теүәл булып та, эскелеккә бирелеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, ғаилә ҡормай, ата-әсәһенең елкәһен кимереп ятҡан, тормошҡа зарланыуҙан башҡаны белмәгән әзмәүерҙәй һау ирҙәргә...”
Анау сама ят кешеләр алдында үҙҙәрен уңайһыҙ тойған коляскалағы ағай-энеләр, йөҙҙәрен йәшереп, һөйләшеүҙән дә, мәҙәниәт йорто музыканты тәҡдим иткән гармундан да баш тартһалар ҙа, аулаҡ тороп ҡалғас, һүҙгә әүәҫ кенә булып сыҡтылар. Халыҡ ағымы Ҡунаҡҡоловтарға маҡтау һүҙҙәре әйтеп, ҡул сабып, һоҡланыуын белдерҙе лә ары атланы. Ә мин, хәбәрсе кеше, бындай үҙенсәлекле осраҡ тураһында ентекләберәк һорашмайынса китә алманым.
50 йәштәге Фәиз, 45 йәшлек Рафиҡ һәм унан өс йәшкә кесе Рәфис – күп балалы Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһендә иҫән-һау малайҙар булып тыуғандар. Бөтә башҡа балалар кеүек 7 йәштә уҡырға барғандар, тик башланғыс мәктәпте тамамлауға ниндәйҙер генетик сир (үҙҙәре диагнозды белмәйбеҙ тинеләр) өсөһөн дә бер-бер артлы аяҡтан йыға. Улар Йылайырҙа инвалидтар өсөн махсус интернатта уҡыйҙар һәм аҙаҡ тыуған ауылдарына ҡайтып, ата-әсәһе менән йәшәйҙәр. Ололар бер-бер артлы вафат булғас, иҫке генә өйҙә өсәүләп ҡалалар. Тора-бара ул йәшәргә эшкинмәй башлағас, Ҡунаҡҡоловтар буш торған күрше йортҡа күсеп, үҙҙәренә яңы өй һалырға тәүәккәлләйҙәр һәм өс йыл элек был теләктәрен бойомға ашыралар.
“Әйттеләр бит инде, беҙ эсмәйбеҙ ҙә, тартмайбыҙ ҙа. Өсөбөҙгә лә пенсия сыға. Аҡсаны юҡ-барға туҙҙырмай йыйып барғайныҡ, шуға төҙөлөш материалдары алдыҡ та, кеше яллап эшләттек. Шунда күмәкләп йәшәрбеҙ тигәйнек, тик бына ағай өйләнеп ташланы. Уларға ҡамасауламаҫ өсөн башҡа сығырға булдыҡ. Әле ҡапҡа эсендә башы ябылған 7х9м бурабыҙ ултыра. Тик бына төҙөлөш материалдары ҡыйбатланды ла китте. Тәүгеһендәге кеүек алдан туплаған аҡса ла юҡ, йыйылған тиклеменә нимәлер алып эшләтәбеҙ ҙә тағы аҡса булғансы арыуыҡҡа төҙөлөш туҡтап тора”, - тип һөйләне кеселәре Рәфис.
Рафиҡтың өйләнеүе уйламағанда була: ул интернет менән файҙалана белгән ҡустыһы аша Йылайырҙа бергә уҡыған иптәштәрен эҙләп ҡарарға уйлай. Ысынында иһә ул яҙмышын эҙләгән булып сыға. Рафиҡҡа Ейәнсура районынан Гөлфиә Халиҡова ғына яуап бирә. Ҡатындың тормошо еңелдән булмай сыға: күҙ терәп торған яҡындары бер-бер артлы үлеп киткән, ғаилә ҡороп ҡараған кешеһе менән дә бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Ҡайҙа барып баш төртөргә белмәгән Гөлфиәне Рафиҡ үҙҙәренә Йәнекәйгә ҡунаҡҡа саҡыра. “Уҙған декабрь айында миңә Яңы йыл бүләге булып килеп төштө ул, - тип образлы ғына итеп һөйләп ебәрҙе Рафиҡ. – Шунан ирле-ҡатынлы булып йәшәнек тә киттек инде”.
“Өс инвалид ир кешене ҡарау һиңә ауыр түгелме һуң?” – тип һорайым. Гөлфиә: “Юҡ, улар үҙҙәре миңә ярҙам итә”, - тип әйтеп тә өлгөрмәне, Рафиҡ һүҙен бүлдерҙе: “Беҙ бит Гөлфиәгә тиклем дә нисектер йәшәнек. Икмәкте лә һатып алмай, үҙебеҙ әсетеп бешерә торғайныҡ. Әле лә бәләбеҙҙе һалып ултырмайбыҙ, бөтә эште күмәкләп башҡарабыҙ.
Һин беҙҙе көнө буйы коляскала тик ултыра тип уйлама. Өй мейес менән йылытыла, утынды ла йә ошолай ултырған килеш, йә ергә тубыҡланып алып, үҙебеҙ ярабыҙ, картуф сәсеп тәрбиәләйбеҙ, ашарға ла бешерәбеҙ, өҫтөбөҙҙө лә йыуабыҙ. Атай-әсәй тере саҡта мал ҡараштыҡ, улар үлгәс тә бер гилке ҡош-ҡорт көтөп маташтыҡ әле”.
Һөйләшкән һайын Ҡунаҡҡоловтарҙың егетлеге нығыраҡ асыла барҙы, яҙмыш тарафынан ниндәй ауыр физик хәлгә дусар ителгән кешеләрҙең кешелеклелеге, күңел яҡтыһы хайран итте. “Беҙ әле ике балалы Сания исемле һеңлебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ул күрше ауылдан айырылып ҡайтҡас, ҡулдан өй һатып алып бирҙек. Унда ла газ юҡ. Шуға утын алып, ярып биреп торабыҙ. Һеңлекәш тә беҙгә ҡулыбыҙҙан килмәгән нәмәләрҙе башҡарырға булыша. Шулай бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйбеҙ инде. Ауыр, әлбиттә, аҡса етмәй, үҙебеҙҙең йыйындыҡлы булыуыбыҙ ғына ярҙам итә”, - тип һөйләне Рафиҡ.
Ҡунаҡҡоловтар тик үҙҙәренә генә ышана, кемдер ярҙам итергә тейеш тип, дәүләттән, хакимиәттән, ауылдаштарынан көтөп ултырмай. “Әммә был улар ярҙамға мохтаж түгел тигәнде аңлатмай, - тине Идиә Ғәлимова аҙаҡ был хаҡта үҙе менән һөйләшкәндә. - Пенсияға ғына бер-бер артлы ике өй һалыу өсөн уны ни тиклем ҡыҫып тотонорға кәрәклеген һәр кем аңлай. Ул ғына аҡсаға өйҙәренә газ да үткәрә алмаясаҡтар. Егеттәргә аралашыу ҙа етмәй, шуға интернет менән файҙалана алыу өсөн телефон менән ярҙам итеүселәр табылһа ла бик яҡшы булыр ине. Әле уларҙың күмәгенә бер ябай телефон. Өйҙө эшләп бөтһәк, “һыйпай” торғанын алып, ватсаптан ғына хәбәрҙәр ебәреп ятыр инек тип хыялланалар. Гәзиттән уҡып, ярҙам итергә теләүселәр табылһа, оло сауап алырҙар ине, әлбиттә ”.
Йыш ҡына замандаштарҙың: ”Хәҙер мохтаж әҙәмдәр ҙә юҡ бит, ҡайһы саҡ хәйер бирәм тиһәң дә кеше табып булмай”, - тигәнен ишетәһең. Бар ул мохтаждар, тик ундайҙар һоранып йөрөмәйҙәр. Физик яҡтан кәмселекле булһалар ҙа, әхләҡи, рухи яҡтан үҙҙәрен лайыҡлы тота беләләр.
Авторы - Рәхимә МУСИНА.
Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=548974646&w=wall117785719_5906%2Ff1cb95e398a8be7490
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас