Йәмғиәт
7 Июль 2021, 05:27

Ауылда эш күп ул...

Наталья Мөхәмәтйәнова Көйөргәҙе районының Ермолаево ҡасабаһында йәшәй. Ҡошсолоҡ тармағына тотонған берҙән-бер эшҡыуар ул. Быға тиклем уның ғаиләһе шәхси ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында ғына шөғөлләнгән ошо эш менән. Әммә Көйөргәҙе районының Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәптә торған Наталья Васильевнаға белгестәр тәҡдим иткәс, ғаилә менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асыу тураһында уйлана башлайҙар.

Бер йыл элек ул ғариза яҙа һәм бизнес-планын яҡлап сығыш яһай. Уға 96 мең һум күләмендә субсидия күсерелә. Тормош иптәше үҙ ҡулдары менән шул аҡсаға вентиляция ҡоролмаһын ҡора. Бройлер, ҡаҙ, мулард, өйрәк, күркә бәпкәләрен Ырымбур өлкәһенән алып килеп, төбәк халҡына тәҡдим итәләр.
Ошонда уҡ себештәргә тейешле ашлыҡ – “Старт”, “Финиш” һатыла. Көйөргәҙе райо­ны хакимиәте бүлгән 100 мең һум субсидияға юғары баҫымлы таҫма, электр станцияһы һатып алалар.
Беҙ килгәндә фермала һыу буйы сират ине. Күрше-тирә ауылдарҙан халыҡ күпләп килә. Бик ҡәнәғәттәр, бынан алынған ҡош-ҡорт иҫән-һау, тиҙ ҙурайып китәләр, ауырыуға бирешеп бармайҙар, тине Мәрзиә исемле ханым.
Тейешле фуражды ла ошонда уҡ алғас, бик уңайлы. Әйткәндәй, райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йылдан алып 14 кешегә үҙ эшен асырға ярҙам ҡулы һуҙғандар. Ул ғына ла түгел, эш башлаусы кешеләр менән даими аралашып торалар, артабан үҫешергә, киңәйергә кәңәшенән өҙмәйҙәр.
– Ауылда эш күп ул, тик әҙ генә тырышлыҡ, сослоҡ, егәрлелек кәрәк, – ти Наталья, йылмайып.

Автор:Гөлсимә СӘЛИХОВА
Читайте нас