Әбйәлил районы китапханаһында йыл да үткәрелгән “Китап уҡыусы ғаилә” конкурсы быйыл Башҡортостаныбыҙҙың тарихи үткәненә һәм китаптар донъяһына арналды. Ижади бәйгелә күберәк йәш ғаиләләрҙең ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Әйтергә кәрәк, күптәренең конкурсҡа яҡшы әҙерлек менән килеүе һоҡландырҙы, уларҙың китапҡа булған һөйөү-мөнәсәбәте шунда уҡ күҙгә ташланды.
Бәйгегә барлығы ете ғаилә сыҡты. Тәүге турҙа конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең ниндәй баҫмаларға яҙылып, ниндәй әҫәрҙәрҙе яратып уҡыуы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Ташбулат ауылынан Моратшиндар Башҡортостанда сыҡҡан бөтә баҫмаларҙы ла тиерлек алдыра. Әбдрәштән дүрт бала үҫтергән Әхмәтовтар сәнғәткә, китапҡа һөйөү тәрбиәләү менән бер рәттән, Мостай Кәрим әҫәрҙәренә өҫтөнлөк биреүе, уҡылған китаптарын ауыл китапханаһына бүләк итеүе тураһында һөйләне. Йәнекәйҙән Дауытовтар ғаиләһе лә бик күп милли баҫмаларҙы алдыра, уларҙың ҡыҙы Лиана иһә “Иң күп китап уҡыусы” исемен алыуға өлгәшкән.
“Милли ризыҡ – тәнгә шифа” конкурсында һәр ғаилә ниндәй ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүен бәйән итте. “Автор портреты”нда иһә экранда күрһәтелгән яҙыусы, уның әҫәрҙәре тураһында ниндәй мәғлүмәткә эйә булыуҙарын күрһәттеләр.
Бәйгене алып барыусы Зөлфиә Сафина башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина ла ойошторҙо. Был ярыш төрөндә лә ғаиләләр араһында белемле, ғилемле кешеләрҙең күп булыуы асыҡланды. Хәмиттән – Нуретдиновтар, Рауилдан – Зәйнетдинов-Шәйхетдиновтар, Буранғолдан Усмановтар менән Красная Башкириянан Ғибәҙәтовтарҙы шундайҙар рәтенә индерергә була.
“Беҙ – татыу ғаилә” ижади конкурсында Ташбулаттан Моратшиндар ғаиләһе Ришат Төхвәтуллин репертуарынан “Һандуғас” йырын башҡарҙы. Йәнекәйҙән Дауытовтар ҡумыҙ, ҡурай, гармунда уйнап, йырлап та, бейеп тә күрһәтте. Рауилдан Илсиә Зәйнетдинова менән Красная Башкириянан Әлиә Ғибәҙәтованың башҡорт ҡыҙҙары бейеүен тамашасылар алҡыштар менән оҙатты. Әбдрәштән Әхмәтовтарҙың улдары башҡарған “Аҡбуҙатым” йыры ла ысын артистарҙыҡынан бер ҙә кем булманы.
Дөйөм иҫәп буйынса, бәйгелә Йәнекәйҙән Дауытовтар ғаиләһе беренсе урынды яуланы. Хәмиттән Нуретдиновтар, Әбдрәштән Әхмәтовтар икенсе һәм өсөнсө урынға сыҡты. Рауилдан Зәйнетдинов–Шәйхетдиновтар һәм Буранғолдан биш бала тәрбиәләгән Усмановтар – “Иң күп китап уҡыусы”, Красная Башкириянан Ғибәҙәтовтар – “Иң яҡшы ижади ғаилә”, Ташбулаттан Моратшиндар “Милли йолаларҙы һаҡлаусы” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Еңеүселәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр менән дипломдар тапшырылды.