Кемгәлер – хат, берәүҙәргә гәзит һәм журнал, көндәлек кәрәк-яраҡ ташыусы почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар. Араларҙы яҡынайтып, һәр ауылға рухи күпер һалған, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратҡан почтальон хеҙмәте элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған.
Мәҙинә Садиҡова һигеҙ йылдан ашыу Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылы бүлексәһендә хат ташыусы булып эшләй. Ул Оло һәм Бәләкәй Ибраһим ауылдарын хеҙмәтләндерә. Күберәк өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға йөрөй ул. Уларҙың һорауҙары буйынса ҡайһы осраҡта, гәзит-журналдарҙан тыш, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ та килтерә. Айына 15 мең ҡап аҙыҡ-түлек, төрлө тауар һатҡан ваҡыттары ла була. Күп осраҡта велосипедҡа атланған, иңенә ауыр сумкаһын аҫҡан, һәр саҡ кешеләргә шатлыҡ өләшкән Мәҙинә Сәлих ҡыҙын һәр урында көтөп алалар. Әле ул Еҙем-Ҡаран ауылының бер нисә урамын да хеҙмәтләндерә. Тиҙ арала эшен тамамлап, гәзит-журнал килгән көндә үк үҙен көтөп торған ауылдаштары янына ашыға.
– Кешеләр менән аралашырға яратҡас, эшем дә оҡшай. Халыҡ гәзит-журнал алдырмай, тип әйтеп булмай, һәр кем үҙ зауығына һәм күңеленә оҡшаған ваҡытлы матбуғат баҫмаһына яҙыла, ә беҙҙең төп бурыс – уларҙы ваҡытында таратыу. Һәр кемдең яратҡан гәзит-журналын ҡулына тоттороп, яҡшы хәбәрҙәрҙе алып барып еткерһәм, был минең өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Иң мөһиме – мине һәр урында кешеләр көтә, – тип йылмая Мәҙинә Садиҡова.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитенең иң тоғро дуҫтары ла йәшәй был яҡтарҙа. Шуларҙың береһе – Еҙем-Ҡаран ауылынан Фәүзиә Килмөхәмәтова. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның әле лә гәзитте яратып уҡыуы оло ихтирамға лайыҡ.
Мәҙинә Садиҡова үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарай: көндәлек матбуғат баҫмаларын ваҡытында таратып ҡына ҡалмай, ә уны яҙҙыртыуға ла ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ пенсионерҙарҙың һорауҙары буйынса дарыухананан дарыуҙар алып ҡайтып бирә, электр энергияһына, телефонға һәм башҡа түләүҙәрҙе лә бик теләп башҡара.
Уңған кеше бар яҡлап егәрле, тигәндәй, Мәҙинә Садиҡова һөнәри вазифаһы буйынса ла эшләп өлгөрә, донъяһын да бынамын итеп тота. Егәрле ҡатын күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, малы ла бик ишле, шулай уҡ умартаһы ла бар. Бер нисә йыл инде районда “Иң яҡшы ауыл ихатаһы” конкурсында еңеүсе лә ул.