Йәмғиәт
7 Июль 2021, 05:51

Хеҙмәтендә – бабаларҙың сал тарихы

Быйыл Тәтешле төбәгенең ғорурлығы, күренекле шәхестәр, әҙәби һәм мәҙәни тарихыбыҙҙа ҙур урын алған, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл үрнәге булған шағир-мәғрифәтселәребеҙ Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 195 йыл, уның улы Ғарифулла Кейековтың тыуыуына – 160 йыл. Шул уңайҙан Ғәли Соҡоройҙоң ижадын өйрәнеүгә һәм яҡтыртыуға күп көс һалған, уның нәҫеленең дауамы, үҙе лә шиғриәт һәм публицистика өлкәһендә ҡәләм тибрәткән Рәмиә Батыр ҡыҙы Сәғиева тураһында яҙма тәҡдим итәм.

Быйыл Тәтешле төбәгенең ғорурлығы, күренекле шәхестәр, әҙәби һәм мәҙәни тарихыбыҙҙа ҙур урын алған, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл үрнәге булған шағир-мәғрифәтселәребеҙ Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 195 йыл, уның улы Ғарифулла Кейековтың тыуыуына – 160 йыл. Шул уңайҙан Ғәли Соҡоройҙоң ижадын өйрәнеүгә һәм яҡтыртыуға күп көс һалған, уның нәҫеленең дауамы, үҙе лә шиғриәт һәм публицистика өлкәһендә ҡәләм тибрәткән Рәмиә Батыр ҡыҙы Сәғиева тураһында яҙма тәҡдим итәм.
Рәмиә Батыр ҡыҙы – уҡытыусылар нәҫелен дауам итеүсе. Йосоп ауылында тыуып үҫеп, урта мәктәп, институт тамамлап, бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағыш­лай. Хеҙмәт юлының күп өлөшө Тәтешле балалар ижады үҙәге менән бәйләнгән. 20 йылға яҡын алыштырғыһыҙ етәксе, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса методист, башҡорт, рус телдәре уҡытыусыһы булып хаҡлы ялға сыға ул. Тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыуға ҙур өлөш индерә.
Кескәй сағынан Рәйхана ҡартинәһе уға үҙенең ҡартатаһы Мөхәммәтғәли (Ғәли Соҡорой) тураһында һөйләй, ғәрәп телендә яҙылған ҡулъяҙмаларынан шиғырҙар уҡый.
Район күләмендә уҙғарылған сараларҙа Рәмиә Батыр ҡыҙы һәр ваҡыт теләп ҡатнаша. Айырыуса бабаһы Ғәли Соҡорой ижадын ентекләп өйрәнеүгә бөтә көс-белемен һала, төрлө осрашыуҙарҙа, йыйын­дарҙа мәғрифәтсе-шағирҙың ижадын тулыһынса тасуирлап, халыҡ алдында сығыштар яһай, альбомдар төҙөй. Шағирҙың тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа Ғәли Соҡо­ройҙоң йорт-музейын асҡанда беренсе­ләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа: рухи ҡиммәткә эйә байлыҡ – бик күп фотографиялар, ҡулъяҙмалар, экспонаттар тапшыра. Шулай уҡ шәжәрә төҙөүҙә ярҙам итә. Ҡартатаһы Ғиниәтулла (Ахунйән) ишан алдынғы ҡарашлы булған, дүрт мәртәбә хажға барған, халыҡты дауалаған, тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа рус мәктәбен асҡан. Рәмиә ханым был изге заттың тормош юлын өйрәнеп, уның тураһында альбом төҙөп, район һәм Иҫке Соҡор музейына бүләк итә. Шулай уҡ Аҡсәйет ауылында бабаһының ҡәберенә таҡтаташ ҡуйырға ярҙам итә.
Күптән хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, унан илһам сығанағы урғылып тора. Ул йәмғиәт эштәре өсөн йәне-тәне менән янып йәшәй. Рәмиә ханым – районда ойошто­ролған “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе, ветерандар Советы секретары. Тәтешле үҙәк китапханаһында ойошторолған “Сөйөмбикә” ҡатын-ҡыҙҙар һәм “Илһам” әҙәби клубта­рының әүҙем ағзаларының береһе лә ул. Унда уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдәрҙә, шағирҙар менән осрашыуҙарҙа бик теләп ҡатнаша, яңы ҡәләм тирбәтә башлаған шиғриәт һөйөүселәргә кәңәштәрен бирә.
Шиғыр яҙыу таланты ата-әсәһенән дә күскәндер, сөнки улар ҙа – шиғри йыйын­тыҡтар баҫтырып сығарған шағирҙар. Батыр Дәүләтгәрәй улы Әнғәм Атнабаев премия­һына лайыҡ булды. Рәмиә Сәғиеваның шиғырҙары, мәҡәләләре йыш ҡына матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Район тарихын өйрәнеүгә лә ҙур өлөш индерә Рәмиә Батыр ҡыҙы. Асауҙы балалар йорто, пионер лагеры, Пионерҙар йорто һәм башҡа ойош­маларҙың тарихын яҙып, гәзит биттәрендә сағылдырыуы – быға асыҡ дәлил.
Башҡортостан, Татарстан, Пермь өлкә­һенән килгән, Ғәли Соҡорой ижадын етди өйрәнгән ғилми хеҙмәткәрҙәр менән туплаған материалдары, фәһемле кәңәш­тәре менән бик теләп уртаҡлаша ҡунаҡсыл ханым, сөнки улар уның йортонда йыш була.
Әүҙем хәбәрсе, халыҡ алдында оло ихтирам яулаған, тыуған яҡты, үҙенең нәҫел шәжәрәһен өйрәнеүгә һәм яҡтыртыуға бөтә ғүмерен бағышлаған һәм күп көс сарыф иткән замандашыбыҙ ул Рәмиә Батыр ҡыҙы!


Тәтешле районы.
Автор:Альбина ӘХМӘТЙӘНОВА
Читайте нас