Бөрйән районының Брәтәк ауылы күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан: тирә-яҡтан уны мөһабәт ҡарағайҙар үҫкән мәғрур тауҙар уратып алған, ауыл уртаһынан таҙа һыулы Нөгөш йылғаһы аға. Ә ауылдың үҙен ошо тәбиғәт кеүек матур, саф күңелле, уңған, йүнсел кешеләре йәмләгәне – күптән билдәле хәҡиҡәт, тип әйтергә була.
Шундайҙарҙың береһе – Эльвира менән Ишкилде Фәхрийәновтарҙың ишле ғаиләһе. Улар икеһе лә яҡшы, эшсән ғаиләнән сығып, үҙ ояларын да күркәм, татыу итеп ҡороуға өлгәшкән. Ғаиләлә бер-бер артлы тыуған сабыйҙарын да үҙ өлгөһөндә, күңелдәренә намыҫ, туғанлыҡ төшөнсәләрен һеңдереп тәрбиәләүҙе өҫтөн күрә йәштәр. “Иң ҙур байлығыбыҙ – балаларыбыҙ”, – ти улар бер тауыштан. Ә был шатлыҡты уларға 11 тапҡыр кисерергә яҙған: бынан ике йыл элек бәхетле ғаилә алты ҡыҙы һәм дүрт улы янына тағы бер бәпес алып ҡайтҡан.
Сабыйҙың яҡты донъяға килеүе – һәр саҡ көтөп алынған һөйөнөслө ваҡиға, шуның менән бергә бәләкәс кенә йән эйәһенең мәшәҡәттәре лә етерлек, бигерәк тә ғаилә ишле булғанда. Өлкән ҡыҙҙары Айзилә менән Дилә – студент, Әлиә – 7-се класты, Ишморат – 5-се, Илмир – 3-сө, Азалия 2-се класты тамамлаһа, алтышар йәшлек игеҙәктәр Илзидә менән Гөлзидә мәктәпкә барырға әҙерләнә. Биш йәшлек Инсаф, өс йәшлек Нурислам һәм бер йәш тә һигеҙ айлыҡ Динислам әле өйҙә әсәләре менән донъя көтә.
Фәхрийәновтар ғаиләһендә һәр йәһәттән ныҡлы тәртип булдырылған, ҡулдарынан эш килерҙәй балаларҙың һәр береһенә тәғәйен бурыс йөкмәтелгән. Ҙурыраҡтары ҡул араһына инеп, үҙҙәре ата-әсәһенә ярҙамлаша: бәләкәс туғандарын тәрбиәләшә, өй эштәрендә булыша, мал ҡараша.
Күмәк үҫкән ғаиләләрҙә күҙәтелгәнсә, балалар үҙ-ара дуҫ, татыу, ярҙамсыл, һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнә. Ваҡ-төйәк өсөн тартҡылашып алыу ғына була инде, сөнки 11 баланың һәр береһенә лә кәрәкле әйберҙе алып еткереү мөмкин булмаған хәл.
Шулай ҙа юҡтан һалдырып зарланмай бер ҙә йәштәр. Ғаилә башлығы тырыш, эшлекле, ул яҡындары етеш йәшәһен, күңелдәре бөтөн булһын өсөн бар көсөн һала. Хужабикә лә бик бөтмөр, иренең бар эшендә терәк, өйҙә йәм булдырып, балаларына матур өлгө күрһәтеп йәшәй белә. Өйҙәренә төкәтмә төҙөп, торлаҡтарын ҙурайтҡандар, хәҙер һәр береһенең үҙ мөйөшө үк булмаһа ла, балаларға йүгереп йөрөргә урын иркенәйҙе, тип һөйөнә әсәй менән атай. Фәхрийәновтар күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрай, бал ҡорто тота. Күп балалылар өсөн булдырылған льготалар ҙа ныҡ ярҙам итә ғаиләгә.
Иң өлкән ҡыҙҙары әле Белореттағы медицина колледжында уҡып йөрөй, аҡ халат кейеп, сирлеләрҙе дауалау ҡыҙҙың бәләкәй саҡтан килгән хыялы икән. Тик бюджет урындары етмәү сәбәпле, ишле ғаиләгә уны түләп уҡытырға тура килә. Балаларҙың мәктәптә уҡығандары һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһына, спорт ярыштарында, концерт ҡуйғанда әүҙем ҡатнаша. Ғөмүмән, бала саҡтары һәр бәхетле ғаиләләге кеүек мауыҡтырғыс һәм йәнле үтә.
– Өйләнешкәс, биш йыл ауырға ҡала алманым. Балабыҙ булмай ҡуйыу хәүефе шул тиклем хафаға һалғандыр инде, дауаханаларға йөрөүҙән тыш, таныш инәйҙән эсемде һылаттым, үткәрмәнән дә үттем. Ә үҙем: “Эх, бәпес таба алһам, һәр береһенә ғүмер бирәсәкмен”, – тип теләй торғайным. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгәндер инде: хәҙер 11 балаға әсәймен. Һәр сабыйыбыҙҙы теләп, шатланып көтөп алдыҡ, – ти Эльвира.
“Исемдәрен бутамайһыңмы ул?” тигән һорауға: “Ҡайһы берҙә береһенә өндәшәм тип, бөтәһенең дә исемен һанап сығам инде”, – тип тыйнаҡ йылмайҙы, ғәзиздәренә ҡарап, бәхетле әсә.
Бына шундай ҙур, татыу ғаилә йәшәй төпкөл Брәтәк ауылында. Балалы йорт – ҡотло, ырыҫлы йорт. Шул ҡотто һүндермәй, ырыҫтарын һаман арттырып, бәләкәстәрен иҫән-һау аяҡҡа баҫтырып, матур үҙаллы тормош юлына сығарһындар, һәр яҡтан өлгөлө, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерһендәр, тигән теләктә ҡалабыҙ.