Йәмғиәт
7 Июль 2021, 11:30

Өс игеҙәк ҡайта ауылға!

"Өс игеҙ балаға ауырға ҡалыуым минең өсөн көтөлмәгән хәл булды..." - ти әсә. Бөгөн уларҙың хәле нисек?

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Хызыровтар ғаиләһендә оло һөйөнөс - өйгә өс бала янына өс игеҙәк сабый ҡайта!
Был һирәк осрай торған ғәжәйеп күренеш тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына Республика перинаталь үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәбәр иткән. Бәпестәр 33 аҙналыҡ булып, 27 май көнө яҡты донъяға килгән. Ошо көнгә тиклем улар табиптар күҙәтеүендә булған, кәүҙә ауырлығын арттырған. "Бөгөн беҙҙең Республика клиник перинаталь үҙәге хеҙмәткәрҙәре өсөн тулҡынландырғыс көн. Беҙ күңелебеҙгә ятып өлгөргән бәхетле әсәне - Белорет районының Абҙаҡ ауылынан өс игеҙәк тапҡан 38 йәшлек Хызырова Нәзилә Урал ҡыҙын - өйөнә оҙатабыҙ. Өс балаға ауырлы булыу, табыу - һирәк осрай торған хәл, шулай уҡ ул тәбиғи юл менән ауырға ҡалған әсә өсөн генә түгел, тыуасаҡ сабыйҙар, бала табыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн дә юғары хәүеф менән айырылып тора", - ти үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
"Өс игеҙәк балаға ауырға ҡалыуым минең өсөн көтөлмәгән хәл булды, - ти әсә үҙе. - Иң мөһиме - балалар иҫән-һау". Бәпестәр операция ярҙамында тыуған, ике малай - 1,9 кг, ҡыҙ бала 1,5 кг ауырлыҡта булған. Өйҙә яңы тыуған сабыйҙарҙы өлкән туғандары - 14 , 9 йәшлек апайҙары һәм 13 йәшлек ағай көтә.
Күп балалы әсә үҙен яҡшы тоя, әле уға сабыйҙарҙың өләсәһе ярҙамлаша.
Ишле ғаиләне яңы тыуған сабыйҙары менән ҡотлайбыҙ! Балаларҙың барыһын да иҫән-һау аяҡҡа баҫтырып, илгә кәрәкле кешеләр итеп үҫтереүен теләйбеҙ.
Фото: bashinform.ru
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас