Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин социаль селтәрҙә республика халҡына, яҡташтарына алты бала әсәһенә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.
Уның яҙыуынса, Кушнаренко ауылында йәшәгән Оксана Мансурова ауыр тормош хәленә юлыҡҡан, ҙур ғаиләнең торлағы юҡ, ҡуртымға алынған йорт хужаһы уларҙан фатирҙы бушатыуҙарын һораған.
“Мин бөгөн ғаиләлә булдым, Оксана менән һөйләшеп, уға нисек ярҙам итеү юлдарын билдәләнек. Алты бала әсәһе булараҡ, ул торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр алыу хоҡуғына эйә. Беҙҙең белгестәр эште башланы ла инде, уға торлаҡҡа мохтажлығын раҫлаған документтар пакеты йыйырға ярҙам итә. Эште аҙағынаса еткереүҙә булышасаҡбыҙ. Балаларының секция һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүе өсөн мөмкинлектәр тыуҙырасаҡбыҙ.
Кушнаренко районы халҡына ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәм – әйҙәгеҙ күмәкләп Оксанаға Кушнаренкола йәки яҡын тирәләге ауылдарҙа торлаҡ табырға ярҙам итәйек. Шәхси йорт булһа, бигерәк тә яҡшы булыр. Бәйләнеш өсөн уның телефоны: 8-967-87-86-186. Кеше бәләһенә битараф булмайыҡ, ярҙам итәйек”,- тип яҙа район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин.