Йәмғиәт
7 Июль 2021, 05:41

Улар – ауылдарҙың ҡото ла, йәме лә

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары Әбделмәмбәт ауылы мәҙәниәт йортонда “Айыҡ байрамдан – сәләмәт тормошҡа” проектына ярашлы үткәрелгән сағыу байрамға йыйылды.

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары Әбделмәмбәт ауылы мәҙәниәт йортонда “Айыҡ байрамдан – сәләмәт тормошҡа” проектына ярашлы үткәрелгән сағыу байрамға йыйылды. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы башланғысы менән ойошторолған был сара әбделмәмбәттәрҙең берҙәмлеген, Ҡыпсаҡ биләмәһендәге йәмәғәтселек ойошмаларының, иң беренсе нәүбәттә, ошо ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе етәкселеге менән берлектә эшләүен асыҡ күрһәтте. Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советының хатта үҙ эмблемаһы ла бар, уның авторы – әүҙем йәмәғәтсе Гүзәл Боҫҡонова.


Ҡыпсаҡтар “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары менән бергә ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алды. Матур сараның түрен Әбдел­мәмбәт ауылының 40-50 йыл бергә татыу йәшәгән матур ғаиләләре биҙәне. Бына улар – Вәсилә һәм Рауил Яхиндар, Гөлсирә менән Рәфис Дауытовтар, Миңнур менән Хәҙис Сөләймәновтар, Миңзәлә һәм Мирсат Ҡарамышевтар, Рая һәм Рәжәп Ҡасимовтар. Улар тормоштарын­дағы ҡыҙыҡлы, матур мәлдәр, тәр­биә алымдары тураһын­да һөйләне, йәшәү серҙәре, тәжрибәләре менән ихлас күңелдән уртаҡлашты. Был ғаиләләр – ауылда иң уңған, тырыш, матур йәшәйештәре менән өлгө булған бынамын тигән парҙар.
Мәртәбәле сарала Бөрйән райо­ны ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы рәйесе, райондың ветерандар советы рәйесе Рәмилә Фәхрет­дин ҡыҙы Салауатова, Ҡыпсаҡ билә­мәһе башлығы Фидан Иштуған улы Баязитов ҡатнашты һәм, саҡы­рылған матур ғаиләләрҙе тәбрик­ләп, уларға йылы һүҙҙәрен әйтеп, бүләктәр тапшырҙы.
Шулай уҡ Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы тырыш хеҙмәттәре, өлгөлө йәшәйештәре өсөн ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына һәм әүҙем йәмәғәтселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Район, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре, ҡунаҡтар, ҡыпсаҡтар ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары Зәкиә Мул­лағолова, Әсмә Мәсәғүтова, Венера Ҡарамышева, Миңзәлә Ҡарамы­шева, Хәсибә Ибәтуллиналарҙың һоҡланғыс күргәҙмәһе менән танышты. Һәр кемдең йөҙөндә ихлас шатлыҡ, бәхет һәм ауыл халҡының берҙәмлегенә ҡарата ғорурлыҡ сағыла ине.
Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. “Үҙән” халыҡ фольклор ансамбленең “Килен һөйөү” йолаһы бик үҙенсәлекле булды.
“Хазина”, “Ләйсән” вокаль ансамблдәренең, Миләүшә Булат ҡыҙы Ғәбиҙуллина етәкселегендәге Ҡыпсаҡ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының ансамбле лә байрамға йәм өҫтәне. “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбленең “Эй буҙаһы, буҙаһы!” бейеүе күңелдәргә дәрт өҫтәне. Мәҙәниәт йорто белгесе Сәлимә Ғарифуллина сараны бик оҫта алып барҙы. Ҡунаҡтар уның башҡарыуында “Көҙҙәремә кереп барам” йырын яратып ҡабул итте.
Артабан Бөрйән районының ҡа­тын-ҡыҙҙар ойошмалары араһын­дағы күсмә штандартты Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советынан Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡабул итеп алды. Мәғариф ветераны Шәүрә Сәлихова ил-йортобоҙ һәр саҡ имен булһын, уны матур ғаиләләр биҙәһен, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәйек, тигән матур теләктәрен еткерҙе.
Юғары кимәлдә ойошторолған саранан, әлбиттә, һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Байрам һуңында сара буйынса фекер алышып, алдағы көнгә пландар ҡороп, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл янында тәмле сәй табыны ойошторолдо.
– Киләсәгебеҙ нигеҙе – ғаилә. Барыбыҙҙың да бәхетле ҡартлы­ғыбыҙ ниндәй балалар тәрбиәләүе­беҙҙән тора, сөнки имен ғаилә – имен йәмғиәт, имен киләсәк, – тигәйне сара барышында Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы. Бик хаҡ һүҙҙәр! Был фекерҙе Ҡыпсаҡ ауылының дан ғаиләләре лә раҫланы.

– Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә – ғаилә тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек, – ти бер һүҙҙән улар.
Ғаиләләребеҙ имен булһа, әлбиттә, киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ!


Бөрйән районы.
Автор:Сәйҙә СӘЙӘХОВА
Читайте нас