Яҡын ике көндә Башҡортостанда көндөҙгө һауа температураһы 31 градусҡа тиклем күтәрелә, тип хәбәр итә синоптиктар.
Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 8 июлдә республикала яуым-төшөм көтөлмәй, айырым көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел – төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Һауа температураһы төндә – 12-нән 17 градусҡа тиклем, көнсығышта – 7, көндөҙ 25 – 30 градус йылы булыр, тип көтөлә.
9 июлдә артыҡ яуым-төшөм көтөлмәй, Башҡортостандың айырым райондарында ғына бер аҙ ямғыр һибәләйәсәк. Ел – төньяҡ-көнсығыштан, талғын, көньяҡта – киҫкен.
Төндә һауа температураһы – 12-нән 17 градусҡа, көнсығышта - 7, көндөҙ 26 – 31 градус йылы булыр тип көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет.