Ошо көндәрҙә Башҡортостан хәрби комиссариаты 13 үҫмерҙе Рәсәйҙең Оборона министрлығының фәнни роталарына оҙатты, шул иҫәптән, 8 егет Анапа ҡалаһында урынлашҡан “Эра” Хәрби инновацион технополисында хеҙмәт итәсәк.
– Беҙҙең университетҡа фәнни ротанан вәкилдәр килеп, уҡыу йорто тураһында һөйләне, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған Булат Ғәлиханов. – Шәхсән үҙем ике уйламайынса шунда барыу өсөн анкета тултырҙым. Әлбиттә, конкурс ойошторолдо, хәҙер мин Ҡара диңгеҙгә юлланам. Университеттағы белемем армияла мотлаҡ кәрәк буласаҡ.
Башҡортостан Хәрби комиссариатының әҙерлек һәм граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу бүлеге начальнигы полковник Сергей Нетунаев белдереүенсә, 13 яҡташыбыҙҙың конкурстан үтеп, фәнни ротаға эләгеүе шатлыҡлы, ә 5 егет Кострома һәм Санкт-Петербург ҡалаларына оҙатылды.
Әйткәндәй, алты йыл эсендә Башҡортостандан 90-ға яҡын үҫмер Рәсәй Ҡораллы көстәренең фәнни роталарына оҙатылған.
Фото: Башҡортостан Хәрби комисариаты.