

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары баҡсасылар ширҡәттәре вәкилдәре менән осрашты. Өфө эргәһендә урынлашҡан 42 баҡсасылыҡ ширҡәтендә электр уты һүндерелгән. Был сара электр энергияһы өсөн йыйылған бурыстарҙың күбәйеүенә бәйле. Фракция етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов етәкселегендә үткән осрашыуҙа Калинин районы хакимиәте вәкилдәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм баҡсасылар артабан хәлде көйләү юлдарын барланы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, электр энергияһы өсөн түләүҙә бурыстар йыйылыу – бөтөн баҡсасылыҡтар өсөн дә проблема. Был бурыс күләменең йылдан-йыл артыуы ла бәкәлгә һуға. Түләмәүселәр арҡаһында уларҙың күршеләре йонсой. Баҡсасылар ширҡәте етәкселәренең фекеренсә, ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләр электр энергияһын урлау менән дә шөғөлләнә. Ә урланған энергия өсөн яуаплылыҡ һәм сығымдар, әлеге лә баяғы, иғәнәне даими түләгән намыҫлы кешеләр елкәһенә ята. – Бөгөн күтәрелгән был мәсьәлә айырыуса мөһим. Баҡсасыларҙың электр энергияһы биреүсе компаниялар менән туранан-тура килешеүе юҡ. Мәҫәлән, күп йортло фатирҙарҙа кемдер һыу, газ, электр энергияһы өсөн түләмәһә, уны уңайлыҡтарҙан өҙәләр һәм суд аша бурысты түләтәләр. Ә баҡсасылар менән хәл икенсерәк. Ресурс менән тәьмин итеүсе һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәре араһында килешеү юҡ. Бөтөн бәләнең башы ошонда ла. Мәҫәлән, “ЭСКБ” йәмғиәте “Зауфимец” баҡсасылар ширҡәттәре менән килешеү төҙөгән. Һуңғыһы 42 баҡсасылыҡты берләштергән һәм бер электр энергияһы счетчигы ҡуйылған. Уның буйынса дөйөм түләүҙәр иҫәпләнә лә инде. Артабан “Зауфимец” билдәләнгән түләүҙе баҡсасылар ширҡәттәренә ебәрә, – тип аныҡлыҡ индерҙе Рөстәм Ишмөхәмәтов. Бөгөн “Зауфимец”тың “ЭСКБ” ойошмаһы алдында бурысы 17 миллион һумға барып баҫҡан. Шулар араһында 27-се баҡсасылар ширҡәтендә бурыс иң күбе йыйылған һәм 4 миллион һум тәшкил иткән. 17 миллион – ул ҙур сумма, шуға күрә, “ЭСКБ” вәкилдәре әйтеүенсә, электр энергияһын һүндереүҙән башҡа сара юҡ. Ҡайһы бер баҡсасыларҙың йорттарында электр энергияһын һанаусы приборҙар тора, әммә уларҙың юридик көсө юҡ, сөнки туранан-тура килешеүҙәр төҙөлмәгән. Күпселек баҡсасылар ошо счетчиктарҙың һандарын алып, үҙҙәре сарыф иткән электр энергияһы өсөн түләй. Әммә меңәрләгән кеше араһында нәфсеһен тыймағандар, башҡалар иҫәбенә электр утынан файҙаланғандар ҙа бар. Шуға бурыс артҡандан-арта, тигән фекергә килде ултырышта ҡатнашыусылар.“Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Елена Родина фекеренсә, йыл әйләнәһенә баҡса йорттарында йәшәгәндәр электр энергияһын күберәк сарыф итә.– Беҙ хәлде баҡсасылыҡ ширҡәттәренә барып өйрәндек. Кем үҙенең баҡсаһын тейешенсә файҙалана, улар менән ауырлыҡ тыумай.
Бына баҡсала йорттар һалып, йыл әйләнәһенә шунда йәшәгәндәргә ҡарата һорауҙар күп. Өс ҡатлы коттеджды йылытыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итеү йәйге бәләкәй йорттағы ике электр лампочкаһы яндырыу менән бер түгел. Ә түләүҙәр бер сама сыға. Электр энергияһы менән тәьмин иткән ойошманы алдап булмай, ә күршеләр елкәһенә бурыс төшә, – ти Елена Родина.Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә рөхсәт бирелеү ҙә хәлде ҡатмарлаштыра. Өфө эргәһендә баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһендә ҡунаҡханалар, кафе, ял урындары, магазин һәм башҡалар урынлашҡан. Әлбиттә, улар, помидор-ҡыяр үҫтергән инәйгә ҡарағанда, электр энергияһын йөҙ тапҡырға күберәк ҡуллана. Ә күпме түләй? Был һорауға яуап биреүе ауыр. Хәлдән сығыу юлының береһе – баҡсасылар һәм энергия менән тәьмин итеүселәр араһында туранан-тура килешеү төҙөү. Бының өсөн законлы нигеҙ бар. Тик ысынбарлыҡта быны эшләүе ауыр. Баҡсалағы йорт электр сымына тоташтырылыуы, счетчигы эшләүе тураһында документты ширҡәт бирергә тейеш, ә уларҙа бындай документтар юҡ. Электр сымдары иҫке һәм улар яңы талаптарға тура килмәй. Иң ҡыҙығы шунда: электр менән тәьмин итеүсе компанияларға туранан-тура килешеү төҙөү ҙә уңайлы түгел. Был аҙымға барһалар, уларға иҫкергән сымдарҙы алмаштырыу, системаны яңыртыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Әммә әлеге мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү юлдарын барлау фарыз. Әгәр хәлде республика кимәлендә көйләп булмаһа, депутаттар был мәсьәлә менән Рәсәй Дәүләт Думаһына сығырға әҙерлеген белдерҙе. Әле күтәрелгән мәсьәләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Оксана Савченко үҙ ҡарамағына алды. Һөйләшеү барышында 42 баҡсасылыҡ ширҡәтендә лә электр энергияһы ошо көндәрҙә биреләсәк, тип килешелде. Оксана Савченко билдәләүенсә, яҡын арала барлыҡ баҡсасылыҡтарҙа ла йыйылыштар үткәреләсәк һәм мәсьәләне артабан хәл итеү юлдары барланасаҡ.Әле күтәрелгән проблема Өфө эргәһендәге баҡсаларға ғына хас булһа, бер хәл булыр ине. Республикала ла, бөтөн Рәсәй биләмәһендә лә баҡсасыларҙы берләштергән мәсьәләләр бихисап: электр уты менән тәьмин итеү, насар юлдар, газ булмауы, транспорт мәшәҡәттәре, ергә хоҡуҡты теркәү. 2019 йылда “Граждандарҙың үҙ мәнфәғәтендә баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүе тураһында”ғы федераль закон үҙ көсөнә инде. Унда төбәк һәм муниципаль властарҙың баҡсасыларға ярҙам итеү мөмкинлектәре билдәләнә.Халыҡтың мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ведомство-ара эшсе төркөм төҙөлдө, башҡа төбәктәрҙең ошо өлкәләге эш тәжрибәһе, ҡануниәт һәм норматив-хоҡуҡи базалары анализланды. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы Рәсәй баҡсасылары берлеге һәм Башҡортостан баҡсасылары ассоциацияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Баҡсасыларға мәғлүмәт ярҙамын бушлай күрһәтеү өсөн уларға бина ла бирелгән. Ошо мәлдән алып баҡсасылар менән берлектә бихисап эш атҡарылып өлгөрһә лә, көнүҙәк булып һаналған проблемаларҙы хәл итеү ҙур сығымдар талап итә. “Әле 1340 баҡсасылыҡ ширҡәте төҙөкләндереүгә мохтаж, бының өсөн өс йылда 750 миллион һум талап ителәсәк”, – ти Илшат Фәзрахманов.Республиканың 68 муниципаль берәмегенең 35-енең биләмәһендә баҡсасылыҡ ширҡәттәре юҡ. Уларҙың төп өлөшө Өфө ҡалаһында (491), Өфө районында (193), Стәрлетамаҡ ҡалаһында (40) һәм Стәрлетамаҡ (32), Шишмә (91), Иглин (38), Ҡариҙел (45) райондарында урынлашҡан. 2020 йылдың июнендә “Башҡортостанда граждандарҙың үҙ мәнфәғәттәре өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек алып барыу тураһында”ғы республика закон проекты килешеү үтте. Был документ теркәлгән баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәренә дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Анығыраҡ әйткәндә, ширҡәттәргә тиклемге инфраструктураны төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы республика бюджеты иҫәбенә атҡарыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәһендәге төҙөкләндереү эштәренә (инеү юлы, һыу менән тәьмин итеү объекты, электр уты хужалығы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу) киткән сығымдың 50 процентын ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Закон ҡабул ителгәндән һуң коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә ярҙам буйынса төбәк программаһы ҡабул ителәсәк.– Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек Рәсәйҙә күпселек халыҡ тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Республикала был традициялар айырыуса көслө, беҙҙә 500 меңдән ашыу баҡсасы ғаилә бар, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был өлкәнең дәүләт яҡлауына мохтаж булыуы көн кеүек асыҡ. Баҡсасыларҙы яҡлаусы комплекслы саралар ошоға тиклем булманы. Беҙ был йүнәлештә оҙаҡ эшләнек, башҡа төбәктәрҙең норматив хоҡуҡи базаһын анализланыҡ. Был закон проекты эшебеҙҙең йомғағы булды.Константин Толкачев билдәләүенсә, документта башҡарма власть органдары яғынан Башҡортостанда баҡсасылыҡты һәм йәшелсәселекте яҡлау формалары күҙ уңында тотола. Улар – баҡсасылыҡ ширҡәттәрен йылылыҡ, электр энергияһы, һыу, газ, яғыулыҡ менән тәьмин итеү, кадастр эштәрен финанслау, автомобиль юлдарын, электр, һыу үткәргес селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү.Башҡортостанда 500 меңдән ашыу ғаилә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, был республика халҡының 38 процентын тәшкил итә, тигән һүҙ. Республика, ил буйынса исемлектә алтынсы урын биләп, Пермь крайынан, Свердловск, Һарытау, Ленинград, Тула, Мәскәү өлкәләренән генә ҡалыша.
Валерий ПЕТРОВ, Күмертауҙағы баҡсасылар ширҡәте етәксеһе:– Баҡсасылар һаны кәмей, тип әйтә алмайым. Баҡсаларын ташлағандар урынына яңылары килеп тора. Баҡсасылар һаны артыуға табан бара, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Бөгөн 9700 баҡсаның 5600 тирәһенең хужаһы бар. Бөтә баҡсаларҙа ла һыу етәрлек. Түләү хаҡын да кәметтек. Үкенескә ҡаршы, урлашыу бик көслө. Нисек кенә көрәшһәк тә, уғрылыҡты бөтөрә алмайбыҙ. Төҫлө металдан алып баҡса емештәренә тиклем – бөтә нәмәгә “айыу майы” һөртәләр. Берәҙәктәр буш торған йорттарҙа йәшәй башлай, янғын сығаралар. Шуға ҡарамаҫтан, нисек кенә булһа ла, баҡсасылыҡты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА.