

Ауылдарҙа почтальон эшенең мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ ҙур, сөнки халыҡтың төп өлөшө – өлкән йәштәгеләр. Уның аша улар гәзит-журнал ғына түгел, пенсия ала, хаттар һәм посылкалар ебәрә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенә түләй, мәғлүмәт менән алмаша.Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән почта хеҙмәткәренең эше еңел түгел, төрлө кеше менән уртаҡ тел табырға, яуаплы, ярҙамсыл һәм өлгөр булырға кәрәк.
Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында был вазифаны Гөлгөл Йортбағышева башҡара. Ул 41 йыл хат ташыусы булып эшләй. Көн һайын бер үк урамдар, ихаталар буйлап йөрөү тәү ҡарашҡа ғына күңелһеҙ тойола. Ғәмәлдә почтальондың эш көндәре бер-береһенән ныҡ айырыла. Ул Янһары һәм Иҫке Мөсәт ауылдарын хеҙмәтләндерә, ике ауыл араһы – 5-6 километр, ә урамдар менән бергә күпме килеп сыҡҡанлығын үҙе генә белә. Өҫтәүенә, ике ауыл да йылдан-йыл үҫә. Район үҙәгенә яҡын булғас, йәштәр бында яңы йорттар һалып, төпләнергә тырыша.
Гөлгөл Йортбағышева Яңы Собханғол ауылында тыуған. Өләсәһе ҡулында тәрбиәләнгән ҡыҙ бәләкәй сағынан егәрле, эшкә тилбер булып буй еткергән. Өләсәһе Ғәлимә Сиражетдинова оҙаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләгән, ҡыҙ уға ла ярҙам итеп өлгөргән. Мәктәптә лә яҡшы уҡый, һигеҙенсене тамамлағас, район үҙәгенә йөрөп белем алған.
Көн һайын 8-9 километр йәйәү үтеү ҡыҙҙы физик яҡтан сыныҡтыра ғына. Мәктәп, район кимәлендә уҙғарылған саңғы ярыштарында ла алдынғылыҡты бирмәй ул. Беренсе урын яулаған өсөн бүләк ителгән пластик саңғылар бөгөн дә һаҡлана.
Хеҙмәт юлын “Яңы юл” совхозында һауынсы булып башлаған Гөлгөл Йортбағышева. Бер йыл эшләгәндән һуң, Ауыл хужалығы институтына документтарын тапшырған, әммә уҡырға инә алмаған. Шул йылда ауыл почтальоны хаҡлы ялға китә, уның урынына Гөлгөлдө эшкә саҡыралар. Бала сағынан таныш һөнәрҙе ҡыҙ тиҙ генә үҙләштерә һәм бар ғүмерен почтаға бәйләй. Ситтән тороп Йылайырҙа техникум тамамлап, белемен дә камиллаштыра. Үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, өлгөр почтальонды халыҡ һәр саҡ көтөп ала.
Сер түгел, бөгөн күп ауылдарҙа почтальондар етешмәй, эш хаҡының түбән, был хеҙмәттең мәшәҡәтле, ауыр булыуы сәбәпле күптәр оҙаҡ тормай, шул арҡала халыҡ гәзит-журналдарҙы ваҡытында уҡый алмай. Ә Янһары менән Иҫке Мөсәт ауылдары халҡын был проблема борсоғаны ла юҡ, сөнки Гөлгөл Йортбағышева үҙ бурыстарына һәр саҡ яуаплы ҡарай: һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ул корреспонденцияны ваҡытында хужаһына алып барып тапшыра. Уңған хеҙмәткәр, кешеләрҙең һәр һорауын иғтибарға алып, кәрәк йомоштарын үтәү юлында ла уңышлы эшләй, халыҡҡа почта хеҙмәтен күберәк күрһәтеү өсөн көндәр дауамында халыҡ араһында була.
– Элек һәр ғаилә күпләп гәзит-журнал алдыра, хаттар күп килә торғайны. Хәҙер улар аҙыраҡ, әммә эшләү ҡатмарлыраҡ. Бигерәк тә гәзит-журналдарға яҙҙырыу кампанияһы ваҡытында тырышырға кәрәк. Беҙ матбуғат баҫмалары тураһында һөйләп, халыҡта ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тырышабыҙ. Ә бының өсөн тәү сиратта үҙеңә һәр нәмәлә хәбәрҙар булыу маҡсатында күберәк уҡырға, күберәк белергә кәрәк. Беҙҙә халыҡ бик әүҙем, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, нигеҙҙә, гәзит-журналдарға өлкән быуын вәкилдәре, уҡытыусылар, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре яҙыла. Оло йәштәгеләр “Таң” гәзитен көтөп ала, яҡташтары, ауыл хужалығы тураһында уҡырға ярата. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “ЗОЖ” гәзиттәрен дә күпләп алдыралар, балалар “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын үҙ итә. Клара һәм Нуретдин Ҡолбирҙиндар, Альбина менән Факил Кинйәбаевтар, Мөнирә Кинйәбаева – иң әүҙем яҙылыусыларыбыҙ. Йорттарына бер нисә дана гәзит-журнал килә, – ти Гөлгөл Әбделғәни ҡыҙы.
Өлгөр почтальон сумкаһына хат-квитанция, гәзит-журнал ғына түгел, төрлө тауар ҙа тейәп йөрөй, социаль түләүҙәр, халыҡ ҡулланыуы тауарҙарын алып килә, коммуналь хеҙмәттәр, элемтә, һалымдар буйынса түләүҙәрҙе ҡабул итә.
Барыһына ла мәғлүм – почта хеҙмәткәрҙәре коронавирус иң ҡоторған мәлдә лә даими эшләне. Үҙҙәренең һәм клиенттарҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, бөгөн дә медицина битлеге һәм бирсәткәләр, антисептик та һалып йөрөтәләр. Тәжрибәле хеҙмәткәр, ҡатмарлы эш шарттарына ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарға яҙылыу планын еренә еткереп үтәргә тырыша. Бөгөн почта бүлексәһенең район ғына түгел, республика баҫмаларына яҙылыу буйынса күрһәткесе лә яҡшы.
Гөлгөл Әбделғәни ҡыҙы – ғаиләһендә бәхетле ҡатын, ҡәҙерле әсәй һәм өләсәй. Тормош иптәше Азамат Сәйфулла улы менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Гөлирә һатыусы булып эшләй, Гөлзиә юрист һөнәрен һайлап, полицияның кадрҙар бүлегендә хеҙмәт итә. Йортбағышевтар үҙ ҡулдары менән ҙур, күркәм йорт һалып ингән. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт тоталар, мул баҡса үҫтерәләр. Азамат Сәйфулла улы менән Гөлгөл Әбделғәни ҡыҙы бөгөн ейәндәре Линарҙы һөйөп ҡыуана.
Һүрәтләмә геройы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, янһарылар уны бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайлаған. Һәр яҡлап һәләтле ханым оҙаҡ йылдар “Наза” ансамблендә лә бейей.
Гөлгөл Йортбағышеваның фиҙакәр хеҙмәтен дәүләт тә юғары баһалаған: 2000 йылда уға “Башҡортостандың атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән, грамота, маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-хисабы юҡ, ул шулай уҡ почта элемтәһе ветераны ла.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа баҫма матбуғат еңел булмаған осор кисерә. Илдәге иҡтисади тетрәнеүҙәр, ҡағыҙға һәм типография хеҙмәтенә, баҫмаларға хаҡтың артыуы, көнкүрешебеҙгә интернеттың көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе, электрон баҫмаларҙың күбәйеүе тираждарҙың кәмеүенә килтерҙе.
Бөгөн ваҡытлы матбуғаттың яҙмышы күп йәһәттән халыҡ менән туранан-тура эшләүсе почтальондарға бәйле. Үҙ эшен күңел һалып башҡарған хат ташыусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм, һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ҡатмарлы һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Римма СОЛТАНОВА