

Май сүлмәге тышынан билдәле, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Йәй һайын районыбыҙҙа шаулап-гөрләп үткән ауылдаштар осрашыуына тәүгеләрҙән булып башланғыс һалған Ишбулды (халыҡ телендәге атамаһы Ахай) ауылы быйыл төҙөк, сынъяһау йорттары менән балҡып ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. Әйткәндәй, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ишбулдылар, былтыр уҡ уҙғарырға ниәтләп, йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, ҡапҡаларын яңыртты. Тик хәүефле эпидемиологик хәл әҙерлекте туҡтатырға, осрашыуҙы кисектерергә мәжбүр итте. Һәм бына, ниһайәт, көтөп алынған сара үткәреү сәғәтен һуҡты.
Коронавирусҡа бәйле көрсөк тә, төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың өсләтә артыуы ла сәмсел ауыл кешеләренең дәртен һүрелтә алманы. Һәр урам, һәр өй, һәр ихата күркәм төҫ алып, байрамды лайыҡлы ҡаршыланы.
Яҡты йөҙ, йыр-моң, һый-хөрмәт менән ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын еренә еткереп ихлас атҡарҙы ахайҙар. Йыраҡ ерҙән ауылын, туғандарын, дуҫтарын күрергә йән атып ҡайтҡан ҡәрҙәштәрҙе ауылға ингән урында автобус көтә ине. Теләгән һәр кемде ул күңелле сәйәхәткә әйҙәне. Һыбайлы егеттәр юл күрһәтеп алдан юртаҡланы. Ошонда тыуып үҫеп, хеҙмәт юлын үткән мәғариф ветераны Миңзилә Хәлисова гид ролен үтәп, күркәм йорт хужалары менән таныштыра барҙы.
Ауылда – дүрт урам. Иң боронғо Ҡыҙыл урамынан тыш, Йәштәр һәм Яңы урамдары ҡалҡып сыҡҡан. Иң йәш урам күренекле ауылдаштары – Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәхирә Ғүмәрова исемен йөрөтә. Бер кемде лә айырып әйтерлек түгел – һәр хужалыҡ төҙөкләндерелгән. Үҙенсәлекле биҙәк, нағыш һалынған семәрле ҡапҡалар, заман заңынса яңыртып ябылған ҡыйыҡтар, ҡурсаҡ өйөләй ҡупшы, ҡотло йорттар. Хатта хужалары баҡыйлыҡҡа күсеп етемһерәгән өйҙәргә лә буяу-бумала ҡағылғас, нур ҡунған.
Оҫталар йәшәгән, эшһөйәр халҡы менән дан тотҡан ауылда башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Өмәләп мәсеттең текмәһен яңыртҡандар. Байрам уңайынан Йәштәр урамына ҡырсынташ түшәлеүе лә ауылдың ҙур бер мәсьәләһен хәл иткән. Автобус һәр ике-өс өй аша тигәндәй туҡталыш яһаны. Ҡунаҡсыл күршеләр, мул һыйлы табындар ҡороп, ҡунаҡтарға хөрмәт күрһәтте. Иң һуңғы маршрут Ҡыҙыл урамының түбән осона – байрам сараһы уҙасаҡ Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы хозур төбәккә илтте.
Ауылдаштар осрашыуына ауылдың имамы Юлай Хәйбуллин изге фатихаһын биргәндән һуң, Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин байрамды асыҡ тип иғлан итте. Айбулат Баҡый улы сараға әҙерлек барышында йүгереп йөрөп эшләгән ойоштороу комитеты ағзаларына, өмәләрҙә дәррәү ҡатнашҡандарға, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәргә, йәмәғәт эшенә әүҙем ҡушылған уҡыусы балаларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ишбулдыларҙың оло ҡор йыйып осрашыу шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәтенән вәкилдәр ҙә килде. Район советы депутаты Ҡ.М. Ғәзизов ауылдың күҙгә күренеп күркәмләнеүен билдәләне. Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ. Байрамға әҙерлек мәлендә депутат та ситтә ҡалмаған, хатта матди өлөш тә индергән. Ҡотдос Мәһәҙи улы ойоштороу эштәренең иң башында ҡайнап, әйҙәп йөрөүсе ихлас йәмәғәтселәрҙе – Таңатар Шәмсетдинов, Дамира Шөғүрова, Альбина Ғүмәрова, Вәсилә Хәйбуллина, Гөлсинә Рәхмәтованы район советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Район советы секретары Б. Ю. Исламбаев та ахайҙарҙың дөргөнлөгөн, тырышлығын баһаланы, район хакимиәтенән бүләк – ауылдың социаль мәнфәғәтенә файҙаланыуға 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Булат Юныс улы шулай уҡ бер төркөм активистар – Гөлгөнә Итҡолова, Риф Хажин, Динар Хәлисов, Айрат Хәлисов, Мәүлит Боҫҡонов, Венера Ғүмәрова, Азамат Зарипов, Гөлниса Шәмсетдинова һәм Зөлфиә Хамматованы район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән билдәләне.
Тәҡдир ҡушыуы буйынса Ишбулдынан ситтә ғүмер кискән ауылдаштар, сәхнәгә күтәрелеп, һағынышлы сәләмдәрен күндерҙе, ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, тыуған ерҙәре менән ғорурланып йәшәүҙәрен һөйләне.
Ҙур булмаған Ахай ауылы ишле ғаиләләре менән дан тота. Бәғзе берәүҙең “Рәсәйҙә иң күп Герой-әсәләр – Башҡортостанда, ә республика буйынса – Әбйәлилдә, Әбйәлилдә иһә – Ишбулды ауылында” тигәне хаҡтыр, күрәһең.
Инәһе көслөнөң генә иләүе көслө – ишбулдылар менән дә шулай. Быға тиклем башҡа бер ерҙә лә нәҫел-ара менән ағас оҫталары, рәссамдар, етәкселәр, диндарҙар, көрәшселәр осратҡаным юҡ әле. Данлы династияларына тап төшөрмәй, нәҫелдән бирелгән һәләтте башҡа тарафтарҙа танытҡан Марат, Нәсих, Өлфәт Хәлисовтар, Булат һәм Рәшит Шөғүровтар, Мөхтәр Бейешев кеүек уҙамандарҙы ауылдаштары хөрмәтләп ҡабул итте.
Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән ҡайтмағайны. Мәктәпкә, ФАП-ҡа, клубҡа, мәсеткә тос ҡына бүләктәр төштө. Ишбулды ҡыҙҙары ла килен булып төшкән ерҙәрендә егәрле донъя көтә: райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт иткән Разия Хәлисова-Хаҡыева, Ләлә Хәйбуллина-Аҡсурина йөрәк түрҙәренән сыҡҡан хис-тойғоларын бәйән итте.
Ишбулды кейәүе, ДРСУ начальнигы Р. Л. Аҡсурин байрам бүләге итеп мәҙәниәт усағы алдына 20 тонна асфальт түшәргә вәғәҙәләне. Был көндә Әбйәлил ауылында ла гөрләгән ауылдаштар осрашыуында ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы И.Т. Нафиҡов Ишбулдыға ла килергә өлгөрҙө.
“Ҡайһы бер төбәктәрҙә үткән район һабантуйҙарынан ҡайтыш түгел бөгөнгө сара. Күпме ғәм йыйылған! Туғандар күрешә, бала-саға бер-береһен танып-белә, дуҫтар, һабаҡташтар осраша. Ауыл танығыһыҙ булып матурайған. Тырышлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, ишбулдылар!” – тип тәбрикләне башлыҡ.Һәр ауылдың иң ҙур ғорурлығы, оло хазинаһы – хеҙмәт һөйгән уңған кешеләре, ихтирамға лайыҡ ололары, ул һәм ҡыҙҙары, кейәү-килендәре, бала-сағаһы. Ишбулдылар төрлө номинацияға лайыҡ булған ауылдаштарын ҡотланы. Ауылдың иң оло ағинәйе Нәзифә Хәлисованы, аҡһаҡалы Фазылғаян Хәлисовты алҡышланы. “Иң бәләкәйе” тип Алһыу менән Рифат Хәлисовтарҙың улы Ринасты бүләкләне, быйыл никах теркәткән туғыҙ йәш ғаиләгә парлы оҙон киләсәк теләне, Фәриҙә һәм Земфира Насировалар, Гөлнур, Рәйлә, Кәримә һәм Алһыу Хәлисовалар кеүек татыу ҡәйнә-килендәрҙе башҡаларға үрнәк итеп ҡуйҙы. Тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлап, гәүһәр туйҙарына еткән Сәкинә менән Хәмитйән Ғилмановтарҙы, Рабиға һәм Наил Ғүмәровтарҙы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рабиға инәй яҙғыһын баҡыйлыҡҡа күскән), алтын туйҙарын гөрләткән Кинйәбикә менән Рәфҡәт Боҫҡоновтарҙы, Айһылыу һәм Ишмөхәмәт Тимербаевтарҙы ла хөрмәтләнеләр. Йәнә дини ғаиләләр барланды; балаларҙы белем донъяһына әйҙәүсе уҡытыусыларға рәхмәт белдерелде; күп балалы, миҙаллы әсәләргә иғтибар күрһәтелде, 10 балаға ғүмер биргән иң оло Герой-әсә Фәтиха Әлимғужинаға бүләк тапшырылды. Быларҙан тыш, ауылдың алыштырғыһыҙ фельдшеры Ғәлиә Боҫҡонова һәм мал табибы Зәбир Ғүмәров – “Халыҡ докторы”, мәҙәни тормошто шаулатҡан Гөлниса менән Таңатар Шәмсетдиновтар, улдары Рузил, Вилдан – “Сәхнә һәүәҫкәрҙәре”, ауылдың имамы Юлай Хәйбуллин – “Йыл юбиляры”, Вәғиз Хәлисов “Йыл спортсыһы” номинацияларында бүләккә лайыҡ булды. Аяуһыҙ заман елдәре яҡты донъянан мәңгелеккә алып киткән ауылдаштарҙың рухы ла шатланғандыр был көндә – улар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды...
Ишбулды һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән күркәм концерт та ҡуйылды. Йыр-бейеүгә лә маһир ахайҙар. Талантлы йәштәр Гөлсәсәк Ғүмәрова һәм Рузил Шәмсетдинов сараны шәп итеп алып барҙы. Мәғариф ветераны З.Х. Хамматова тәрән йөкмәткеле сценарий яҙған.
Байрам майҙанында һәр кем үҙ ҡыҙыҡһыныуы, зауығы буйынса шөғөл тапты, төрлө сараларға тамаша ҡылды. Волейбол, футбол, ҡыуалға менеү һәм башҡа спорт ярыштары ҡыҙҙы. Бигерәк тә көрәш келәмендә алыш көсөргәнешле барҙы. Бил бирмәҫ көрәшселәр ауылында нәҡ шулай булырға тейеш тә ине. Үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Рөстәм Хәйбуллин, Ғәзиз Бикҡолов һәм Илдус Мырҙабаев беренсе урынға сыҡты һәм һуңғыһы төп бүләк – һарыҡ тәкәһенә лайыҡ булды. Ауылда шат тауыштар, йыр-моң төн ауғанда ла яңғырап торҙо. Өй һайын туғандар мәжлесе гөрләне.
- Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Әбйәлил районы.