Йәмғиәт
9 Июль 2021, 12:43

Туғандарға нимә хаҡында һөйләргә ярамай?

Беҙҙең халыҡта туғаның менән татыу йәшәү иң фарыз хәҡиҡәт һанала.

syuyumbike.rusyuyumbike.ru
Фото:syuyumbike.ru

Беҙҙең халыҡта туғаның менән татыу йәшәү иң фарыз хәҡиҡәт һанала. Ағай-эне араһындағы дуҫлыҡ – изге ҡиммәт. Әммә тормошта нәҫел-нәсәбеңә белдермәүең хәйерле булған ғәмәлдәр ҙә бар. Психологтар, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләгән белгестәр бына нимәләр хаҡында туғандарға әйтмәҫкә кәңәш итә.Күпме аҡса алыуығыҙҙыКилемегеҙҙең күпме булыуын туғандарығыҙҙың белмәүе хәйерле. Бигерәк тә хәлле йәшәгән кешенең аҡсаһын бүлергә яратыусылар күп була. “Бай йәшәй, шул туғаныбыҙға ярҙам итһә була инде, быныһына фатир һатып алыуға аҡса биреп тора ала инде...” – тип әйткән бер-ике туғанығыҙ мотлаҡ табылыр. 

Күпме бурысығыҙ булыуын

Бурысҡа батҡан кешегә мөнәсәбәттең бер кем тарафынан да яҡшы булмауы көн кеүек асыҡ. Хатта бурысығыҙҙы үҙегеҙ түләп, кәметеп барған осраҡта ла “аҡса тота белмәй” тип ғәйеп тағыусы буласаҡ.

Нимәгә аҡса тотоноуығыҙҙы

Үҙегеҙ эшләп тапҡан аҡсаға – һеҙ хужа, уны нисек теләйһегеҙ, шулай тотона алаһығыҙ. Нисә һумға нимә алыуығыҙ тураһында бер кемгә лә отчет биреп барырға кәрәкмәй. 

Эш буйынса көтөлгән үҫеш хаҡында

Етәксегеҙ һеҙҙе юғарыраҡ урынға күтәрергә теләүе хаҡында әйткән икән, был хаҡта шунда уҡ бөтә туғандарға хәбәр итергә кәрәкмәй. Әлегә яңы вазифаға һеҙҙе тәғәйенләмәгәндәр, хәл-тороштоң уйламағанда үҙгәреүе лә ихтимал, шуға күрә барыһы ла хәл ителгәс кенә һөйөнсөләү яҡшыраҡ. 

Берәй әйбер алырға теләүегеҙҙе

Ҙурыраҡ әйбер һатып алырға теләһәгеҙ, был хаҡта туғандарығыҙға һөйләмәгеҙ. Араларында “нимәгә ул һиңә, аҡса әрәм итеп” тип әйтеүсе табылыуы бар. Әгәр кем менәндер кәңәшләшергә кәрәк икән, был мәсьәлә буйынса яҡшы хәбәрҙар булған, ысынлап урынлы кәңәш бирә алырлыҡ туғанығыҙ менән генә һөйләшегеҙ. 

Ҡайҙа ялға барырға йыйыныуығыҙҙы

Туғандарығыҙҙан айырым ял итергә теләһәгеҙ, был хаҡта уларға алдан әйтмәй тороу яҡшыраҡ. Бик тә булмаһа, эш буйынса барырға йыйынам, тип әйтергә була. 

Яңы эшкә күсергә теләүегеҙҙе

Был хаҡта бигерәк тә олораҡ йәштәге туғандарығыҙға әйтмәү хәйерле, сөнки улар үҙгәрештәрҙе ауыр ҡабул итә. Улар ваҡытынан алда һеҙҙең өсөн борсола башлаясаҡ, икенсеһенә һеҙ бара торған урын оҡшамаясаҡ, өсөнсөһөнә... 

Ғаиләләге ауыр хәл тураһында

Ирегеҙ йәки ҡатынығыҙ менән һүҙгә килештегеҙ, ти. Был хаҡта кемгә-кемгә, әммә туғандарға һөйләргә кәңәш ителмәй. Һеҙ йәмәғәтегеҙ менән мотлаҡ ярашырһығыҙ, арала бер ни булмағандай йәшәп китерһегеҙ. Ә туғандарығыҙ күңелендә ул кеше тураһында насар фекер, улай уҡ булмағанда ла, ниндәйҙер юшҡын ҡалыр. Бының менән һеҙ улар алдында ирегеҙҙең  (ҡатынығыҙҙың) бәҫен генә төшөрөрһөгөҙ. 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.  

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас