

Ғаилә – йәшәү йәме, бәхет, шатлыҡ, йылылыҡ һәм уңыш сығанағы. Һәр ата-әсә ғәзиз балаһы тип яна, тырыша һәм йәшәй. Кисә илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде. Әйткәндәй, байрамдың билдәһе – аҡ сәскә тоғролоҡто, хистәр сафлығын һәм йылы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырғандай.
– Байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һеҙ – республикабыҙҙың алтын фонды, – тип сәләмләне республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Колонналар залында тантаналы сараға килгәндәрҙе. Өфө ҡалаһынан Лариса менән Ренат Сайбатталовтарға, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Светлана менән Олег Шварёвтарға “Ата-әсәлек даны” ордены тапшырылды. Был награда ғаилә институтын нығытыуға һәм балалар тәрбиәләүгә индереүҙәге тос ҡаҙаныштар өсөн бирелә.Бәләбәй районынан Гөлназ менән Илфир Сәлимгәрәевтәргә, Стәрлетамаҡ районынан Таңһылыу менән Илшат Миңлебаевтарға, Рәшиҙә менән Абдулхай Сәйфетдиновтарға, Туймазы районынан Әлфиә менән Ришат Сыртаевтарға, Саҡмағош районынан Әминә менән Федрат Мусиндарға, Өфөнән Гүзәл менән Вәғиз Ҡырымсуриндарға, Миәкә районынан Бибинур менән Миңлеғәни Ғәлимовтарға “Ата-әсәлек ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды.– Был награданы әсәйем менән атайым үҙе алырға теләгәйне, тик йылдар үҙенекен итә: килә алманылар. Ғүмер буйы ил мәнфәғәтенә хеҙмәт иттеләр, бәхетле булдылар, балаларына ла ваҡыт таба белделәр. Әсәйем ауылда – уҡытыусы, атайым водитель булып эшләне. Радий Фәрит улы, Һеҙгә һәм командағыҙға, атай-әсәйемдең хеҙмәтен ошолай юғары баһалаған өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тине Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов.Яҙмыш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылынан Әминә Мусинаның да бәпләп, барлыҡ өмөттәрен бағлап, бәхет юрап үҫтергән улы Фидүстең яҙмышын һөйләгәндә күҙҙәренә йәш эркелә. Уның ғәзиз улы бәләкәй сағынан ҡыйыу, тырыш булған, техника яратҡан. Егеттең ғүмере Чечняла Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә ваҡытһыҙ өҙөлгән. Фидүстең әсәһе Әминә Әхтәм ҡыҙына “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды.Күптән түгел Әбйәлил районынан 15 йәшлек Данир Мөхәмәҙиевтең ҡыйыулығы һәммәбеҙҙе һоҡландырғайны. Был, әлбиттә, егеттең ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүенә лә туранан-тура бәйле, сөнки тап ата-әсә шәхес һыҙаттарын булдыра. Ҡырҙас ауылына ҡунаҡҡа барған ҡыйыу егет һыуға батҡан малайҙы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәтә, туҡтаған йөрәгенәйәнә “тибергә” ярҙам итә.Данир – күп балалы ғаиләнән. Уның Фәнүр, Юнир исемле ағайҙары, Радмир исемле ҡустыһы һәм Динара исемле һеңлеһе бар. Егеттән беренсе ярҙам итеү ысулдарын ҡайҙан белеүе хаҡында һорағас: “Уҡытыусым Азамат Нух улы өйрәткәйне. Был хаҡта видео ла ҡарағаным бар ине”, – тип яуап бирҙе. Данир Мөхәмәҙиевкә – Башҡортостандың Почет грамотаһы, уның уҡытыусыһы Азамат Аҫылғужинға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.– Тағы бер тапҡыр һеҙҙе ҡотлайым, – тине байрам сараһы аҙағында Радий Фәрит улы. – Коронавирус инфекцияһынан үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ауырымағыҙ һәм прививка эшләтегеҙ.Тантана һуңында наградаға лайыҡ булыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Айһылыу НИЗАМОВА