Йәмғиәт
9 Июль 2021, 14:16

ЙОНДОҘНАМӘ (12 – 18 июль)

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ Шәхси тормошоғоҙ өр-яңы, яҡшыраҡ кимәлгә сығыр. Ләкин был турала берәүгә лә һөйлә­мәҫкә тырышығыҙ. “Бәхет тын­лыҡты ярата” тигәндәрен онотмағыҙ. Тормошо­ғоҙҙағы шатлыҡ-ҡыуаныстар тураһында,  ваҡыты еткәс, барыһы ла белер.

БУҒА Дүшәмбе яратҡан кешегеҙ менән бәхәсләшмәҫкә кәңәш ителә. Мөһим эштәрҙе аҙна уртаһына планлаштырыу хәйерле. Йәкшәмбе бер аҙ сетерекле булмаҡсы, юлға сыҡмағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР Шәхси тормошта ыңғай үҙгә­рештәр көтөлә. Яҙмышты хәл иткес осрашыу булыр. Эске то­йом­лауға ҡолаҡ һалығыҙ. Сит кешеләрҙең фекерен тыңламағыҙ, йөрәк ҡушҡанды эшләгеҙ.

ҠЫҪАЛА Шаршамбыға тиклем матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу, юғарыраҡ вазифаға үрләү, яңы эш тәҡдим­дәре алыу мөмкинлеге тыуыр. Эшҡыуарҙарға реклама кампанияһын башлап, эште киңәйтә башларға була. Кесе йомала шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ киҫкенләшер, моғайын.

АРЫҪЛАН Һәр төрлө башланғыстар өсөн уңайлы осор. Бөтә ғәмәл­дәр уңыш һәм табыш килтерер. Көтмәгәндә тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһаған яңылыҡ ишетерһегеҙ. Эргәгеҙҙәгеләргә күҙ һалығыҙ – көнсөлдәр юҡ түгел.

ҠЫҘ Аҙна уңышлы булмаҡсы. Әүҙемлегегеҙ артып китер. Шишәмбенән кесаҙнаға тиклем һәр йәһәттән уңыш юлдаш булыр. Йома һәм ял көндәрендә мул ғына табыш алыу мөмкинлеге тыуыр. Лотерея билеты алып ҡарағыҙ.

ҮЛСӘҮ Яҙмыш көтмәгәндә шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итер. Сәйәхәт итеү өсөн уңышлы мәл. Йома бөтә мәсьәләләр үҙенән-үҙе хәл ителер. Аҙна аҙағында ҡулығыҙға аҡса төшөр.

САЯН Был аҙнала ижади һөнәр вәкилдәре уңыр. Дүшәмбе һәр йәһәттән иғтибарлы булығыҙ, мөһим эштә хата ебәреп ҡуй­мағыҙ. Аралашыу оҫталығы һеҙгә кәрәкле һәм файҙалы кешеләрҙе йәлеп итергә мөм­кинлек бирер.  УҠСЫОсор башы дәүләт инстанцияларына мөрәжәғәт итеү, килешеүҙәр төҙөү өсөн ҡулай. Шишәмбенән башлап кәйефегеҙ бер аҙ ҡырылыр, яҡындарығыҙ менән низағ­лашыу хәүефе юғары. Йома мөһим осрашыуға әҙерләнегеҙ.

ЫЛАҠ Эш буйынса юлға сығырға ҡушһалар, баш тартмағыҙ. Ул уңыш килтерер, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Әле ҡулығыҙҙан бары­һы ла килә. Йондоҙҙар һеҙгә булышлыҡ  итә. Иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡалығыҙ, кисектермәгеҙ.

ҺЫУҒОЯР Осорҙо яратҡан шөғөлөгөҙгә арнаһағыҙ, бөтмәҫ илһам алыр­һығыҙ. Шәхси тормошта барыһы ла ал да гөл кеүек. Уртаҡ хыял, маҡсаттарға күберәк ваҡыт бүлегеҙ.

БАЛЫҠ Ҙур ғына әйбер һатып алып ҡыуаныр­һығыҙ, моғайын. Ошо ара­ла тәбиғәт ҡосағына сығыу яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр. Ял көндәрендә күптән планлаштырған ҙур эште башларһығыҙ, моғайын.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас