Йәмғиәт
11 Июль 2021, 06:45

Пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар арта

Уңайлы булһын өсөн “РЖД пассажирам” мобиль ҡушымтаһы менән файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ: https://app.rzd.ru/

Пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар артаПассажирҙар өсөн уңайлыҡтар арта
Пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар арта

“Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” акционерҙар йәмғиәте ҡала яны поездарының составын арттыра.

Халыҡтың сифатлы һәм хәүефһеҙ тимер юл хеҙмәтенән файҙаланыуын тәьмин итеү өсөн Шакша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған автомобиль юлын ремонтлау барышында ҡала яны поездарының составын алты вагонға тиклем арттырыу ҡарала:

9 июлдән 16 июлгә тиклем 6420-се Өфө – Урман ҡала яны поезына,

12 июлдән 16 июлгә тиклем 6433-сө Оло Теләк – Дим ҡала яны поезына.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡала биләмәһендә тимер юл транспортында юл йөрөү хаҡы – 22 һум. “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшкәндә – 20 һум. Ҡала яны поездарында йөрөү өсөн билетты кассаларҙа, үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү терминалдарында алырға мөмкин. Уңайлы булһын өсөн “РЖД пассажирам” мобиль ҡушымтаһы менән файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ: https://app.rzd.ru/.
Был ресурс маршрутты һайларға, өҫтәмә түләүҙәрһеҙ билет һатып алырға ярҙам итеүҙән тыш, вокзалдарҙағы хеҙмәттәр менән танышырға, поездың һуңлау-һуңламауын, туҡталҡаларҙың ҡайҙа урынлашҡанын белергә булышасаҡ.

Фото: bppc.ru

Пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар арта
Пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар арта
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас