

Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын 739 мең кеше яһатҡан. Республикаға 850 мең доза вакцина килгән. Әле тағы ла 20 мең доза көтөлә.
“420 мең кеше прививканың ике компонентын да яһатҡан. Вакцинация темпы буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә туғыҙынсы урынды, килтерелгән вакцинаны файҙаланыу йәһәтенән 48-се урынды биләй”, – тине Игорь Засядкин.
Кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Фольклориада йомғаҡтары, балалар фольклориадаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм CIOFF Өфөлә балалар фольклориадаһын үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Фольклор фестивалдәренең, халыҡ сәнғәте ойошмаларының халыҡ-ара советы был ҡарар тураһында әлегә уйлай.
“Балалар фольклориадаһы буйынса аныҡ ҡарар быйыл ноябрҙә Будапештта CIOFF советында ҡабул ителәсәк”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Фото: bashinform.ru